Кәштәләрҙә — үҙебеҙҙең тауар27.12.2011
Кәштәләрҙә — үҙебеҙҙең тауарЙыл башында уҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика магазиндарында һәм сауҙа нөктәләрендә үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙың бик аҙ булыуы йәки бөтөнләй юҡлығы өсөн борсолоуы тураһында блогында яҙып сыҡҡайны.
Ысынлап та, был хәл республиканың бөтә магазиндарына ла хас һәм ҙур проблемаға әүерелгән. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре бынамын тигән сифатлы, экологик яҡтан таҙа тауарҙарын ҡайҙа һатырға белмәй әрәм итә ине. Ә халыҡ меңәр саҡрым үтеп ситтән килтерелгән, инде боҙола башлаған йәки химикаттар менән эшкәртелгән йәшелсә, емеш-еләк, ит һәм һөт ризыҡтары һатып алырға мәжбүр булды.
Хәлде тамырынан үҙгәртеү талабы килеп баҫты. Әлбиттә, дәүләттең баҙар иҡтисадына ҡыҫыла, унда үҙ ҡағиҙәләрен билдәләй алмауын барыһы ла аңлай. Баҙар үҙ ҡанундары буйынса йәшәй, шулай ҙа ниндәйҙер кимәлдә контроль, урындағы етештереүселәргә ярҙам да булырға тейеш. Ошоларҙың барыһын да күҙ уңында тотоп һәм Президент Рөстәм Хәмитовтың аҙыҡ-түлек баҙарында үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы арттырыуҙа булышлыҡ итеү тәҡдимен үтәү өсөн Башҡортостанда “Үҙебеҙҙекен һайла – үҙебеҙҙекен һатып ал!” тигән акция ойошторолдо һәм йәй урталарынан алып тормошҡа ашырыла башланы.
Былтыр, ҡоролоҡ булыу сәбәпле, республикала уңыш маҡтанырлыҡ булманы. Ҡайһы бер ауыл хужалығы тауарҙары бөтөнләй юҡ кимәлендә ине. Шуға күрә баҙарҙа ҡытлыҡ тыумаһын, хаҡтарҙа тотороҡлолоҡ булдырыу, көсөргәнешлекте бөтөрөү өсөн сит төбәктәрҙән күпләп ауыл хужалығы тауарҙары индерелде.
Быйыл, шөкөр, һауа шарттары ауыл хужалығы етештереүсеһе өсөн бик уңайлы килде, һәм һәйбәт уңыш алынды. Әммә беҙҙең магазиндарҙа һаман да сит яҡ тауарҙары күпселекте биләй килде.
Был акция сауҙа ойошмалары һәм етештереүселәр араһында хеҙмәттәшлек һәм бәйләнеш булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Сауҙа нөктәләрендә урындағы етештереүселәр өсөн уңайлы, иң күренеп торған урындар бирелде, һәр магазинда акция барышы, етештереүселәр тураһында мәғлүмәт булды.
Акцияға республиканың бик күп сауҙа һәм ауыл хужалығы тауары етештереүсе ойошмалары ҡатнашты. Унда ҡатнашыусыларҙың тауары сифатлы — һәр береһе ассоциация тикшереүе аша үтте. Сит илдән килтерелгән, теләһә ниндәй ҡушылмалар өҫтәлгән һөт ризыҡтары, химик эшкәртеү үткән ит, колбаса, йәшелсә алғансы, һис шикһеҙ, һатып алыусы үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы тауарға өҫтөнлөк бирҙе, уларҙы алып ҡыуанды.


Вернуться назад