Бәшмәк йөҙҙө лә матурлай23.08.2013
Бәшмәк  йөҙҙө лә матурлайҠайһы берәүҙәрҙең аш бүлмәһендә банкала бәшмәк "йәшәй". Уны, һуты файҙалы тип, таныш-тоноштарына ла тараталар. Ә бына бәшмәкте бит-йөҙҙөң матурлығын һаҡлау өсөн дә ҡулланып булыуын, моғайын, күптәр белмәйҙер әле.
Бәшмәк бер аҙна "йәшәгән" төнәтмә әҙер лосьон һанала, ул айырыуса һытҡы сығып йонсотҡан майлы тире өсөн һәйбәт. Уларҙан ҡотолоу өсөн иртән һәм кис һөртөргә тәҡдим ителә. Бер аҙнанан һуң ыңғай үҙгәреш күренә лә башлар.
Был төнәтмәнән яһалған битлек тағы ла яҡшыраҡ. Бәшмәк ете көн торған төнәтмәгә манып алынған марляны биткә һалып 25 минут тоталар, аҙаҡ һалҡынса һыу менән йыуалар. Тире ҡоро икән, битлек һалыр алдынан крем һөртөргә кәңәш ителә.
Әйткәндәй, бәшмәк төнәтмәһе һалҡын тейеүгә ҡаршы яҡшы сара тип тә һанала. Уның менән тамаҡты сайҡатырға мөмкин.


Вернуться назад