Алдан хәстәрлек күрегеҙ23.08.2013
Алдан хәстәрлек күрегеҙШуныһы һөйөнөслө: ғалимдарыбыҙ бер урында тапанмай. Тәбиғи фитобактериялар нигеҙендә "алтын көҙ" тип аталған үҙенсәлекле биопрепарат та — шуға миҫал.
Күп кенә баҡсасылар август аҙағында үҫемлектәргә һыу һибеүҙең кәрәге юҡ тип иҫәпләй. Әммә улар хаталана. Был осорҙа самалап булһа ла һуғарыу кәрәк. Һыуға "алтын көҙ" биопрепаратын ҡушыу хәйерле. Ни өсөн тигәндә, ул — тупраҡты һауыҡтырыу өсөн тәбиғи фитобактериялар нигеҙендә эшләнгән үҙенсәлекле өҫтәмә. Сығым да күп талап ителмәй, мәҫәлән, бер биҙрә һыуға бер балғалаҡ һалғанда дүрт квадрат метр майҙандағы түтәл зарарлы микроорганизмдарҙан, бактерияларҙан, үңәҙҙән ҡотола.
Күп көс түгеп, хәтһеҙ ваҡыт сарыф итеп үҫтергән уңышты һаҡларға ла кәрәк бит әле. Ғәҙәттә, йәшелсә һәм емеш-еләк ҡуйылған биналарҙың стеналарында, түбәһендә, хатта кәштәләрҙә һәм һауыттарҙа төрлө сир ҡуҙғытҡыстар йәшәй. Яңы уңыш һалыныу менән улар һә тигәнсә үрсей башлай. Ҡышҡылыҡҡа тигән йәшелсә, еләк-емеш әрәм-шәрәм булмаһын тиһәгеҙ, был урындарҙы ла "алтын көҙ" фитоспорины менән эшкәртегеҙ, ул картуфтың, еләк-емештең, сәскәнең, уларҙың тамырҙары һәм бүлбеләренең һаҡланыу үҙенсәлеген яҡшырта. Әйткәндәй, препараттың кеше өсөн дә, хайуандарға ла зыяны юҡ.
Ғөмүмән, "алтын көҙ" биологик препараты йәшелсәнең, еләк-емештең һаҡланыу үҙенсәлеген ике — ете тапҡырға яҡшырта.


Вернуться назад