Был йәшелсә төбәгебеҙҙә ишелеп уңа. Йыш ҡына ҙурлығы менән хайран да итә. Унан әллә күпме төр ризыҡ әҙерләргә мөмкин, элегерәк хужабикәләр тап ҡабаҡҡа күберәк иғтибар бүлгән. Уларҙың бер нисәһе менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ.
Ҡабаҡты әрсейҙәр ҙә ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турайҙар, ҡайнар һыу ҡойоп һарҡытҡас, сүлмәккә һалалар, тоҙ, борос, шәкәр ҡомо һибәләр, тотош күмелгәнсе ҡаймаҡ, һөт өҫтө йә иһә бер аҙ һыу өҫтәйҙәр. Барыһын бергә яҡшылап болғаталар ҙа, һауытты ҡаплап, ҡыҙыу мейескә төнгә ҡуйып ҡалдыралар. Иртәнгә ҡабаҡ әҙер була. Ғәҙәттә уны иртәнге ашҡа бирәләр. Яңы һауған һөт йә иһә ҡатыҡ менән ашарға кәңәш итәбеҙ.
150 — 200 грамм ҡабаҡ, 100 — 130 грамм ҡаймаҡ, 50 грамм һыу йә иһә 130 — 150 грамм һөт өҫтө алына.