Һөттә әҙерләнгәне23.08.2013
Һөттә әҙерләнгәнеҠабаҡты әрсейҙәр ҙә шаҡмаҡлап турайҙар, һалҡын һыу һалып, бешер-бешмәҫ булғансы ҡайнаталар. Бер аҙҙан тоҙ һалалар. Артабан һыуын түгеп, һөт өҫтәйҙәр һәм утты һүрәнләтәләр.
Ҡабаҡҡа шәкәр ҡомо, бал йә иһә алма повидлоһы өҫтәп әҙерләргә лә мөмкин.
Томалап бешерелгән ҡабаҡ ҡуйы булырға тейеш. Табынға ҡаймаҡ йәки ҡатыҡ менән ҡуялар, ит йәки ҡош ите менән дә бирергә ярай. Ундай саҡта бал, шәкәр ҡомо йәки алма повидлоһы урынына ҡыҙҙырылған һуған һалына.
200 грамм ҡабаҡ, 150 грамм һөт, 20-30 грамм шәкәр йә иһә 30-40 грамм ҡыҙҙырылған һуған, тоҙ кәрәк.


Вернуться назад