Алманың ҡабығын әрсергә, үҙәген алырға ла бер аҙ һыу менән кәстрүлгә һалып ут өҫтөндә йәки духовкала бешерергә.
Алма йомшарғас, уны һыуытып, ит турағыстан сығарырға йә иһә иләк аша үткәрергә. Унан һуң бер аҙ шәкәр ҡомо йәки бал ҡушып та болғатырға мөмкин. Барлыҡҡа килгән массаны таҙа, майланған фанер йәки таҡта өҫтөнә йәйергә лә ҡояшлы елһеҙ урында йәки һүрән мейестә йә иһә духовкала киптерергә мөмкин. Кипкән ҡаҡты тиҙ-тиҙ генә таҡтанан ҡуптаралар. Рулет кеүек урап, һалҡын урынға ҡуялар. Кәрәк булғанда ҡаҡты шаҡмаҡлап йәки ҡыйыҡ шаҡмаҡлап турап, сәй янына бирәләр.
Ҡаҡты алманы бешермәй ҙә әҙерләргә була. Бының өсөн емештең ҡабығын әрсеп, үҙәктәрен алып, ит турағыстан сығаралар. Ҡалғанының барыһын да үрҙә әйтелгәнсә эшләйҙәр. Ҡайһы саҡта ҡаҡты алма повидлоһынан да яһайҙар, ләкин был осраҡта повидло ҡайнатҡанда шәкәр бөтөнләй һалынмай йәки аҙ ғына ҡушыла.
Ҡаҡты ҡайын еләге, сейә, муйыл һәм миләштән дә әҙерләргә мөмкин.