Кишерҙән ҡайнатма23.08.2013
Кишерҙән ҡайнатмаҠайнатма өсөн кишерҙең асыҡ ҡыҙғылт-һары төҫтәгеһен, йоҡа ҡабыҡлыһын, йомшаҡ үҙәклеһен алыу яҡшыраҡ.
Кишерҙе йыуырға, йоҡа ғына итеп ҡабығын ҡырырға ла 1,5 сантиметр ҡалынлыҡта шаҡмаҡлап турарға, ҡайнар һыу менән бешекләгәс, һыуытырға. Әҙерләгән сироптың бер ҡәҙәренә тураған кишерҙе һалып, 5-10 минут ҡайнатырға. Унан һуң ут өҫтөнән алып, 8 -10 сәғәт тоталар ҙа сироптың ҡалғанын өҫтәп ҡайнатып сығаралар.
Ҡайнатмаға лимон кислотаһы һәм ванилин да һалырға мөмкин. 1 килограмм туралған кишергә 1,5 килограмм шәкәр алына.
Сироп өсөн: 800 грамм шәкәргә ике стакан һыу.


Вернуться назад