Ҡара миләш ҡайнатмаһы23.08.2013
Ҡара миләш  ҡайнатмаһыМиләште йомшарһын һәм ҡабыҡтары шәкәр сиробын яҡшылап һеңдерһен өсөн ҡайнар һыу менән бешекләргә.
Шәкәр сиробы әҙерләү өсөн 1 килограмм шәкәргә 1 литр һыу һалалар. Әҙерләгән миләш өҫтөнә сироптың бер өлөшөн һалып 1-2 сәғәт тоталар, унан һуң 10-12 минут ҡайнаталар. Уттан алып биш-һигеҙ сәғәт тоталар ҙа сироптың ҡалғанын һалып тағы ҡайнаталар. 1 килограмм миләшкә 1,5 килограмм шәкәр ҡомо һалына.


Вернуться назад