Әсәлек капиталына тиң27.12.2011
Башҡортостан Хөкүмәтенең 2011 йылдың 23 авгусындағы 297-се ҡарары менән республика биләмәһендә даими йәшәүсе һәм баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыусы граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособие тәғәйенләү һәм түләү тәртибе раҫланды.
Пособие “Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында” Федераль закондың 6-сы статьяһында ҡаралған әсәлек (ғаилә) капиталы күләмендә уллыҡҡа алынған һәр балаға түләнә.
Ғаилә бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособиены торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, уллыҡҡа алынған баланы дауалауға, уны шифахана-курорттарҙа һауыҡтырыуға һәм уҡытыуға тулыһынса йәки өлөшләтә тотона ала.
Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәгән баланы уллыҡҡа алған Рәсәй гражданы (уллыҡҡа алыусыларҙың береһе) бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособиеға хоҡуҡлы.
Ике һәм унан күберәк баланы уллыҡҡа алған осраҡта бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие һәр балаға түләнә. Баланың үгәй атаһы йәки әсәһе уны уллыҡҡа алһа, бындай пособие түләнмәй.
Ҡарар 2011 йылдың 1 ғинуарынан һуңғы хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла.