Аҡса сарыф ителмәҫ23.08.2013
Аҡса сарыф ителмәҫСәфәргә йыш сығырға тура килә, ә йәйгеһен юлдарҙа ремонттың туҡтағаны юҡ. Машинаға йәбешкән битумды нисек бөтөрөргә икән?

Б. АЛИКОВ.

Краснокама районы.

Махсус таҙартыу урынына барһағыҙ, "ҡорос ат"ығыҙҙы ялт иттерәсәктәр, әлбиттә. Магазиндарҙа ла таптарҙы бөтөрә торған шыйыҡсаның төрлөһө һатыла. Әгәр аҡса сарыф итмәйем тиһәгеҙ, түбәндәге кәңәште тотоғоҙ. Бер шешә уайт-спирит һатып алығыҙ (ҡыйбат түгел), эргәгеҙҙә кизе-мамыҡ тауар киҫәге булһын, ҡулығыҙға резина бирсәткә кейегеҙ. Сепрәкте шыйыҡсаға манып алғас, ҡатҡан битумды ебетеүҙе өҫтән аҫҡа ҡарай башлағыҙ. Ошолай бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ. Еңелсә генә ышҡығыҙ, юғиһә битум менән бергә буяуҙы ла бөтөрөүегеҙ ихтимал. Әйткәндәй, был шыйыҡса автоэмаль менән автолак өсөн бөтөнләй зарарһыҙ. Тик бензин ҡуллана күрмәгеҙ, ул битумды ғына түгел, лак менән эмалде лә иретер.


Вернуться назад