Йорт төҙөйбөҙ, иҙән түшәргә йыйынабыҙ. Ламинат һалырғамы, әллә паркетмы тип баш ватабыҙ. Ҡайһыһы һәйбәтерәк булыр икән?
Ө. ВӘСИЛОВ.
Благовещен районы.
Ниндәй материалға өҫтөнлөк бирергә кәрәклеген һәр кем үҙе хәл итә. Ламинат өҫтөнә пластик пленка йәки мебель фольгаһы йәбештерелгән бер нисә ҡатламдан (ҡағыҙ, ҡатырға һ.б.) тора. Паркет таҡтаһы – өс ҡатлам ағастан эшләнгән материал. Сағыштырыу өсөн: иң ҡиммәтле ламинаттың хаҡы иң арзан паркеттыҡы менән берҙәй.
Паркет таҡтаһы экологик яҡтан таҙа, тауыш сығармай, бысыу-тишеү, ҡаҙаҡ ҡағыу өсөн уңайлы, ә ламинат сыйылып бармай, ауыр йорт йыһазы ултыртҡанда ла йәмшәймәй, хатта һыуға ла (әгәр егенә эләкмәһә) бирешмәй. Әммә ламинат паркет таҡтаһына ҡарағанда һалҡыныраҡ, баҫҡанда шығырҙаусан. Шуға иғтибар итегеҙ: паркет таҡтаһы 25 йыл хеҙмәт итһә, тегеһенең ғүмере – 15 йыл.