Һыуытҡысты даими таҙартып тороуыма ҡарамаҫтан, бер нисә көндән йәнә еҫ барлыҡҡа килә. Нисек бөтөрөргә лә белмәйем.
М. БАЙЫМБӘТОВА.
Стәрлетамаҡ районы.
Ысынлап та, һыуытҡыс тиҙ еҫләнеүсән, әммә унан ҡотолоу сараһы бар. Мәҫәлән, бер стакан йылымыс һыуға аш содаһы һалып болғатығыҙ ҙа урталағы кәштәһенә ҡуйығыҙ. Иртәгәһенә сәйер еҫтән бер нәмә лә ҡалмаҫ. Хәйер, уңған хужабикә һыуытҡысын ул тиклемгә үк алып барып еткермәҫ. Бер нисә көн элек әҙерләнгән ашамлыҡты ҡуйырға тырышмағыҙ – еҫләнеүгә бер сәбәп ул. Әйткәндәй, аш-һыу бүлмәһендәге еҫте бөтөрөү өсөн ҡайнаған һөткә корица һалып, өҫтәлгә ҡуйыу ҙа етә.