Һалып өлгөрмәйем, түгәләр...23.08.2013
Ҡаҙ-өйрәк бәпкәләрен йыл да күпләп алабыҙ. Әлбиттә, уларҙы һыуҙан өҙмәҫкә кәрәк. Һыу булмаһа, яй үҫәләр, һимермәйҙәр ҙә. Беҙгә йылға алыҫ ҡына, ташып, тасҡа һыу һалып өлгөртөп булмай. Етмәһә, уны түңкәреп теңкәгә тейәләр. Берәй ҡулай ғына нәмә кәрәк ине.

Я. ИСЛАМОВА.

Хәйбулла районы.

Тас йәки сөм һауытҡа һыуҙы мөлдөрәмә итеп тултырығыҙ ҙа эсенә ҙур булмаған кирбес йәки таш һалығыҙ. Ул сағында һыуҙы йыш ҡойорға кәрәкмәҫ. Һеҙҙең яҡтарҙа ла, моғайын, юл буйында тирә-яҡты ҡыйлап ятҡан автомобиль тәгәрмәстәре барҙыр, йөк машиналарыныҡын тапһағыҙ айырыуса яҡшы. Шуны ҡап урталай телегеҙ ҙә, эсенә һыу һалығыҙ. Резинаны ҡырҡыр алдынан балта йәки бысаҡҡа солидол һөрткәндә, эш тиҙ атҡарылыр.
Ҡош-ҡорт өсөн бәләкәй бассейн эшләү – иң отошлоһо. Ерҙе метрға метр ҙурлығында ҡаҙығыҙ, бик тәрән булмаһын, төбөн бетон иҙмәһе менән көпләгеҙ һәм кипкәс һыу тултырығыҙ.


Вернуться назад