Һаулыҡты ҡайғыртыу кәрәк23.08.2013
Диспансерлаштырыу тураһында ишеткәс, медицина тикшереүе үтергә уйланым. Был хаҡта етәксегә алдан әйттем, әммә ул мине тыңларға ла теләмәне. Ҡыҫҡаһы, поликлиникаға юлды япты, тыңлашмаған хәлдә эштән ебәреү менән ҡурҡыта. Һаулығымды ҡайғыртырға тейешмен дә инде. Бындай осраҡта ни эшләргә икән?

Н. ЯЛМЫРҘИНА.

Өфө ҡалаһы.

Хеҙмәткәрҙәре тураһында ойошма хужаһы үҙе хәстәрлек күрергә бурыслы, йәғни диспансер күҙәтеүе үтеүҙе ойошторорға тейеш. Табипҡа иртәрәк мөрәжәғәт итмәүҙәре сәбәпле, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулыҡ торошо насарайыуы ихтимал. Шуға күрә етәкселек яғынан бер ниндәй сикләү ҙә, ҡыҫым да булырға тейеш түгел.


Вернуться назад