Быйыл Рәсәйҙә Космонавтика йылы билдәләнде. Ошо йүнәлеш буйынса илдең төрлө төбәктәрендә саралар үткәрелде, шул иҫәптән Башҡортостанда ла бер нисә әһәмиәтле ваҡиға булып уҙҙы.
Сентябрҙә республикаға бер төркөм космонавтар “десанты” килеп төштө. Улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок, осоусы-космонавтар, Советтар Союзы Геройҙары Анатолий Арцебарский, Игорь Волк, Александр Баландин, Рәсәй Геройы Михаил Корниенко ла бар ине. Арҙаҡлы шәхестәр Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты, төбәктә космонавтика үҙәге булдырыу хаҡында фекер алышты. Унан тыш, космонавтар бихисап осрашыуҙарҙа ҡатнашты, йәш быуын вәкилдәре менән аралашты. Миҫал өсөн, Салауат Юлаев һәйкәле янында Өфө мәктәптәре уҡыусылары менән ойошторолған сарала балалар данлыҡлы шәхестәргә һорауҙар яуҙырҙы, иҫтәлеккә фотоға төштө. Шулай уҡ хөрмәтле ҡунаҡтар Өфө дәүләт авиация техник университетында ла булды.
Космонавтар ҡатнашҡан әһәмиәтле сараларҙың береһе – мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫеш үҙәге менән танышыу. Ул "Мәрхәмәт" хәйриә һәм белем биреү фонды башланғысы менән ойошторолған. Бында балалар өсөн шәхси диагностика дәрестәре уҙғарыла, белгестәр консультация бирә, шулай уҡ ижади түнәрәктәрҙә шөғөлләнергә мөмкин.
Ғөмүмән, космонавтар Башҡортостандан йылы тәьҫораттар менән ҡайтып китте, артабан да хеҙмәттәшлек итергә вәғәҙә бирҙе.