Һуғанда тимер, калий, аскорбин кислотаһы, каротин, кверцетин (рак күҙәнәктәренә ҡаршы көрәшеүсе ҡеүәтле элемент), эфир майҙары, РР һәм В төркөмөнә ингән витаминдар бар. Бешергәндә лә, ҡыҙҙырғанда ла уның дауалау сифаты әллә ни кәмемәй.
Шәкәр сирлеләргә: ваҡлап туралған 2-3 баш һуғанға ике стакан йылы һыу ҡойоп, 7-8 сәғәт тоторға һәм һөҙөргә. Дауаны көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан бер сынаяҡ эсергә.
Йүткергәндә: бер картуф, бер баш һуған, бер алма алып, бер литр һыуға һалып ҡайнатырға. Һыуы яртылаш кәмегәс, уттан алып һыуытырға ҡуйырға. Әҙер шифаны балаларға көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡлап эсереү һәйбәт.
Бронхиттан яфаланғанда. Ваҡлап туралған 500 грамм һуғанға 400 грамм шәкәр ҡомо, 50 грамм бал, бер литр һыу ҡушып, талғын утта өс сәғәт ҡайнатырға. Һөҙгәс, таҙа шешәгә ҡойорға. Көнөнә дүрт-алты тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Һалҡын тейгәндә, танау тонғанда. Ике ҡалаҡ кер һабынын, ике ҡалаҡ һуғанды ҡырғыс аша үткәрергә, ике ҡалаҡ спирт, һөт ҡушырға. Бергә яҡшылап бутарға ла, бәләкәй кәстрүлгә һалып, уны ҙур һауытҡа ҡуйып ҡайнатырға. Боҫ өҫтөндә ярты сәғәт тотҡандан һуң, мамыҡ йомарламдарына һөртөп, танау эсенә тығырға. Танауҙың эргә-тирәһенә бешкән йомортҡа һалып йылытырға ла була.
Һыҙлауыҡ, эренле шеш булғанда. Бер баш һуғанды бешереп, ике балғалаҡ кер һабынын ҡырғыс аша үткәреп, ҡушып иҙергә. Барлыҡҡа килгән массаны марляға яғып, ауыртҡан урынға көнөнә бер нисә тапҡыр һалырға. Ул яраны таҙарта, тирене һауыҡтыра.
Ҡан баҫымы күтәрелгәндә көнөнә 1-2 баш һуған ашарға кәңәш ителә.