Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Ер эше атабыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән мираҫ булып ҡалған. Тәү башлап иген үҫтереүсе лә, мал-тыуар тәрбиәләүсе лә — ул.
Ер әҙәм балаһын донъяға килтергән, ҡәҙерләп үҫтерә, ҡурсалай, тәрбиәләй — уны әсәй менән юҡҡа ғына сағыштырмайҙар. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҙә хәстәрлеккә яуап бирергә тейеш. Ерҙең ҡәҙерен белергә, уны тәрбиәләргә, тырышып эшләргә бурыслыбыҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Ҡулыңды һелкет, Аллаһ Тәғәлә ризығын бирер", — тигән икән, йәшәйешебеҙҙең төп нигеҙе булған ер эшен лайыҡлы дауам итеү зарур. Был изге хеҙмәттең сауабы ифрат ҙур. Игенсенең иккән уңышынан, урмансының ултыртҡан ағасынан бихисап йән эйәһе файҙа күрә: әҙәм балаһы ғына түгел, хатта ки ҡош-ҡорт, сысҡан, йомран да үҙ өлөшөн алып ҡала. Уларҙың барыһынан да хеҙмәт кешеһенә сауап өҫтәлеп тора.
Әлхәмдү лил-ләһ, Башҡортостаныбыҙ — ауыл хужалығы буйынса алға киткән төбәктәрҙең береһе. Еребеҙ бәрәкәтле. Ауыл хужалығы үҙ эсенә игенселекте генә түгел, малсылыҡ, урмансылыҡ, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ һәм башҡа тармаҡтарҙы ла ала. Уларҙың һәр береһе буйынса һөйөнөрлөк уңыштарыбыҙ бар икән, иншаллаһ, иртәгәһе көнгә ышаныс ныҡлы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең "Йылҡыны тәрбиәләгеҙ, уның маңлай сәсенә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәт бәйләгән" тигән мөбәрәк хәҙисендә генә лә ҙур мәғәнә ята.
Әле йылдың иң яуаплы осоро — уңыш йыйыу мәле. Ошо уңайҙан, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Хоҙай Тәғәләнән ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең эшендә тик уңыштар насип итеүен һорайыҡ. Ямғырҙар ваҡытында яуып, шифалы ел дә мәлендә иҫеп, иншаллаһ, уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алырға көн һәм көс бирһен. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.