Баш ҡалабыҙға – тағы бер ер аҫты үткәүеле23.08.2013
Баш ҡалабыҙға –  тағы бер ер аҫты үткәүелеБаш ҡала яңырыуға табан тағы бер аҙым яһаны: йәйәүлеләр мәнфәғәтендә "Үҫмерҙәр китапханаһы" туҡталышы янында өр-яңы ер аҫты үткәүеле барлыҡҡа килде. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов уны тикшергәндә халыҡ фекерен тыңланы, төҙөүселәр менән аралашты.
Төҙөлөш былтыр йәй башланғайны. Үткәүелдең киңлеге – алты, оҙонлоғо 49 метр тирәһе. Эштең хаҡы 40 миллион һумға барып баҫҡан, был аҡса тулыһынса республика бюджетынан бүленгән.
– Эште бер айға алданыраҡ тамамланыҡ. Дан бульварындағы ер аҫты үткәүелен сентябрҙә файҙаланыуға тапшырырға иҫәп тотабыҙ, – тине төҙөүселәр.
Урындағы халыҡ яңылыҡҡа ныҡ һөйөндө. Нисек ҡәнәғәт булмаһын, хәҙер йәйәүлеләр урам аша бер ниндәй хәүефһеҙ сыға аласаҡ бит. Элекке кеүек светофор төбөндә тапанмаясаҡтар, Октябрь проспекты кеүек үтә лә киң урам аша сығып өлгөрмәүҙән ҡурҡмаясаҡтар.
Баш ҡалабыҙға –  тағы бер ер аҫты үткәүеле– Рөстәм Зәки улы, үткәүел төҙөткәнгә рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ, ул беҙҙең кеүек ололар өсөн бигерәк тә ыңғай күренеш, – тинеләр өлкән быуын кешеләре республика башлығына. Улар ер аҫты юлының уңайлыҡтарын да билдәләне: яҡтылыҡ етәрлек, һикәлтәләр киң һәм һөҙәк – йәш һәм оло быуын вәкилдәре өсөн берҙәй ҡулай.
Әммә Президент кәмселекте лә күрмәй ҡалманы. Мәҫәлән, инвалид коляскаһы өсөн төшөү урыны балаларҙыҡына яраҡһыҙ булып сыҡты. Рөстәм Хәмитов төҙөүселәргә был етешһеҙлекте тиҙ арала бөтөрөргә ҡушты.

(Фотолар "Башинформ"дан алынды).


Вернуться назад