Төрмә ситкә күсенә23.08.2013
Баш ҡалабыҙҙың көндән-көн матурланыуы, үҫеүе тураһында йыш яҙабыҙ. Яңынан-яңы күркәм биналар һәм торлаҡ йорттар ҡалҡып сығыуын һәр кем күрә. Ләкин заманса ҡаланың үҙәгендә тиерлек ултырған төрмә күренеше генә күңелгә шом һала, Өфөбөҙҙө бер ҙә йәмләмәй. Ниһайәт, ошо көндәрҙә уны йыраҡҡараҡ күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Һүҙ Достоевский урамындағы 39-сы йортта урынлашҡан 1-се тәфтиш изоляторы тураһында бара. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Федераль яза башҡарыу хеҙмәте етәксеһе Геннадий Корниенко менән осрашып хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, төрмә баш ҡаланан Иглин районының Верный ауылы янындағы биләмәгә күсәсәк.
— Ил Президенты беҙҙең хеҙмәт алдына өҫтөнлөклө бурыс ҡуйҙы — инфраструктураны үҫтереү, заманса комплекстар булдырыу талап ителә, — тине Геннадий Корниенко. — Эйе, беҙҙең учреждениеларҙың ҡала үҙәгендә урынлашыуы яҡшы түгел. Улар, әлбиттә, кәрәк, тик бындай урында түгел.
Изоляторҙы ҡаланан күсереү — яңы проект, Башҡортостан унда беренсе төбәк булараҡ ҡатнаша. Федераль хеҙмәт башлығы әйтеүенсә, башҡа төбәктәр менән дә һөйләшеүҙәр алып барыла, ләкин тәүгеләрҙән булып беҙҙең республика эшкә тотонған.
— Был мәсьәлә беҙҙең баш ҡала өсөн көнүҙәк. Төрмәне күсерергә күп йылдар инде хыялланабыҙ. Ундағы шарттар ҙа шәптән түгел, — тине Рөстәм Хәмитов.
Иҫәпләүҙәр буйынса төҙөлөш 5 миллиард һум тирәһенә барып баҫасаҡ, уның яртыһын — федераль ҡаҙна, ҡалғанын инвесторҙар финансларға тейеш. Бөгөн инвесторҙар һәм төҙөүселәр билдәләнә. Яңы бина өсөн федераль милектәге 17,3 гектар ер бүленгән. Бер мең кешегә тәғәйенләнгән объект 2016 йылдың аҙағына тиклем сафҡа инер тип көтөлә.


Вернуться назад