Тау башында балҡый Өфө27.12.2011
Тау башында балҡый ӨфөРеспубликабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнө оҡшатмаған, уға һоҡланмаған кеше һирәктер. Башҡортостаныбыҙҙың “йөрәге”ндә тормош ҡайнай, ул үҫә, бында ил һәм донъя кимәлендәге мөһим ваҡиғалар йыш үтә. Өфөбөҙҙө беҙ генә түгел, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа һәр ваҡыт йылы һүҙҙәр менән телгә ала, уға киренән ҡат-ҡат әйләнеп килә.
Беҙҙең баш ҡаланы быйыл ил кимәлендә үткәрелгән төрлө рейтинг һәм конкурстарҙа юғары баһаланылар. Өфө — тормош кимәле, мәғариф, медицина, мәҙәниәт үҫеше, төҙөклөк, торлаҡ менән тәьмин ителеш, юлдар һалыныуы, енәйәтселектең кәмеүе һәм башҡа күрһәткестәр буйынса илдә алдынғылар рәтендә.
Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалалары рейтингында баш ҡалабыҙ алтынсы урынға лайыҡ булды. Ул хәҙер Сорғот, Төмән, Краснодар, Нижневартовск һәм Санкт-Петербургтан ғына ҡалыша. Баһа бирелгәндә бихисап күрһәткестәр иҫәпкә алынған.
Һөҙөмтә менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡәнәғәт ҡалды.
— Өфөнөң алтынсы урынға сығыуы — бик һәйбәт күренеш, — тине ул. — Беҙ тәүге тапҡыр алдынғы унау иҫәбенә индек. Ҡала властары Өфөнө йәшәү өсөн уңайлы итеүгә бар көсөн һала. Хәҙер беҙ был рейтингта беренсе урынды алыуға ынтыласаҡбыҙ.
Өфө йыл һайын үткәрелгән “Рәсәйҙең иң перспективалы 10 мегаполисы” рейтингында ла бар. Ул халыҡ баһаһы буйынса — бишенсе, ә статистика буйынса 11-се урында. “Бынан дүрт йыл элек төбәк үҙәге тип Екатеринбург һәм Дондағы Ростов ҡалалары һаналһа, хәҙер уларҙың Өфө, Ҡазан кеүек етди дәғүәселәре барлыҡҡа килде”, — ти ойоштороусылар.
Илдең тағы ла бер абруйлы рейтинг агентлығы үткәргән һорау алыу буйынса, Өфөлә йәшәүсе халыҡтың 85 проценты баш ҡалала тороуынан ҡәнәғәт. Был күрһәткес буйынса илдең иң ҙур егерме ҡалаһы араһында (Мәскәү менән Санкт-Петербург иҫәпләнмәгән) өсөнсө урындабыҙ. Ысынлап, Өфө көнкүреш өсөн уңайлыраҡҡа әүерелде. Быйыл, мәҫәлән, бихисап урам киңәйтелде, ҡалала юл тығындары кәмене. Һәр ваҡыттағыса, йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Йәй көндәре парктар, баҡсалар, урам буйҙары йәшеллеккә сума, һәр ерҙә күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫә. Юлдарҙы киңәйтеү барышында ҡайһы бер ағастар ҡырҡылды-ҡырҡылыуға, әммә уларға тиҙ арала алмаш ултыртылыр тигән өмөттәбеҙ.


Вернуться назад