Йөрәк табиптары йөрөп тикшерә23.08.2013
Йөрәк табиптары йөрөп тикшерә19 августа республикала “Мобиль кардиолог” сараһы башланды. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иртәрәк асыҡлау, миокард инфарктын һәм ҡан әйләнеше системаһындағы бүтән сирҙәрҙе иҫкәртеү — уның төп маҡсаты.
А.Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы фәнни үҙәгенең кардиологтары һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары ҡатнашлығындағы сара барышында “Янғантау” шифаханаһы етәкселегенең ярҙамы менән Салауат, Дыуан, Ҡыйғы һәм Ҡариҙел райондарында халыҡты ҡабул итеү ойошторола. 24 августа Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда “Һаулыҡ үҙәге” күсмә медицина үҙәгендә хәүеф факторҙарын асыҡлау өсөн граждандарҙы ҡарауҙың йомғаҡлау этабы үтәсәк.
Республика кардиология үҙәгендә табип-кардиологтар, балалар кардиологтары, А.Н. Бакулев исемендәге фәнни үҙәктең йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары тыумыштан йөрәк өйәнәге менән яфаланған пациенттарҙы ҡараясаҡ. Шулай уҡ иҫкәртеү йүнәлешендә әңгәмәләр һәм “Кардиолог менән сәфәр” үтә, унда пациенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап аласаҡ.


Вернуться назад