Йортло булғың килһә, бушлай ер ал27.12.2011
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың 28 сентябрҙә “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законға ҡул ҡуйыуы ҡайһы бер ғаиләләр өсөн күптән көтөлгән яҡшы хәбәр булды. Белеүегеҙсә, закон өс йәки унан да күберәк бәлиғ булмаған балалы граждандарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкалары биреүгә ҡағыла.
Уҡыусыларҙы ошо мөһим закон менән ҡыҫҡаса таныштырып китмәксебеҙ. Шуныһы мөһим: ата-әсә өсөн йәш буйынса бер ниндәй сикләү ҙә юҡ. Шулай уҡ кинйә сабыйҙарының 2011 йылдың ғинуарына тиклем йәки 1 ғинуарҙан һуң тыуыуы ла әһәмиәтле түгел. Төп талап — балаларҙың бәлиғ йәшкә етмәүе.
Законға ярашлы, ҡаланыҡылар үҙҙәре йәшәгән ҡала эргәһенән йәки сиктәш район биләмәләренән ер аласаҡ, ә район халҡына үҙҙәре ғүмер иткән төбәктән бүленә. Участкаларҙың майҙаны — һигеҙ сутыйҙан 20 сутыйға тиклем.
Бушлай ер алыу өсөн ғариза һәм тейешле документтар менән республиканың ҡала һәм район хакимиәттәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризалар махсус комиссия тарафынан 10 эш көнө эсендә ҡаралырға һәм сиратҡа ҡуйылырға тейеш. Законға ярашлы, граждан менән ерҙе шәхси милеккә биреү тураһында килешеү төҙөлә, аҙаҡ участка хужаһы үҙенең хоҡуҡтарын Теркәү палатаһында рәсмиләштерергә тейеш.