Һыйыр һауып та ҡара!21.08.2013
Хоҙай аҡтан айырмаһын, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Һөт ризығына ҡарата беҙҙә борон-борондан хөрмәт йәшәп килә, сөнки ул йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө, сәләмәтлегебеҙҙең ныҡлы таянысы булып тора.

Өсөнсө йыл рәттән ойошторолған “Һөт иле” фестивале лә ана шул төп ризыҡтарыбыҙҙың береһенә арнала. Быйыл ул 31 августа Өфөлә ҡала Советы алдындағы майҙанда үтәсәк.
Ойоштороусылар белдереүенсә, байрамда олоһона ла, кесеһенә лә рәхәтләнеп ял итеү өсөн уңайлыҡтар буласаҡ. Мәҫәлән, фестивалгә килгән һәр кеше бушлай һөт менән һыйлана ала. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәр отоу мөмкинлеге лә бар. Иң ҡыҙыҡлыһы – ул көндә ҡала майҙанында ысын ферма эшләйәсәк. Әгәр сослоғоң етһә, һыйыр һауып та ҡарай алаһың.
Байрамға килгән һәр кем үҙенең һаулығын да тикшертә ала. Был йәһәттән һеҙгә тәжрибәле белгестәр ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, былтырғы фестивалдә һөт эсеү буйынса донъя рекорды ҡуйылғайны. Биш сәғәт эсендә байрамға килеүселәр 6 168 литр һөттө һемергәйне.
Быйылғы фестиваль тағы ла йәнлерәк үтмәксе. Һөт фонтан булып урғыласаҡ, тип белдерҙе ойоштороусылар.
Барыһын да алдан әйтеп бөтмәйем әле. Килегеҙ, күрегеҙ, рәхәтләнеп һөт эсегеҙ!


Вернуться назад