Йәйҙең һуңғы айы булыуға ҡарамаҫтан, ял һәм хеҙмәт лагерҙарында бала-сағаның тауышы тынмай. Тимәк, һәр кем каникулын файҙалы үткәрә, яңы уҡыу йылына етерлек көс йыя. Наратаҫты ауылы мәктәбенең көндөҙгө "Дуҫлыҡ" һәм "Аҡ елкән" хеҙмәткә өйрәтеү лагерҙарына ла балалар теләп йөрөй.
– Беҙҙә 75 ҡыҙ һәм малай ял итә, – тип һөйләй "Дуҫлыҡ" лагеры етәксеһе Венера Йыһангирова. – Үҫмерҙе һәр яҡлап та үҫтереү күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, тыуған төйәкте өйрәнеү илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән кәрәк. Ә инде һаулыҡты нығытыу – мөһим мәсьәләләрҙең береһе.
Бында балаларҙы ашатыу айырым иғтибар үҙәгендә, ул көнөнә ике тапҡыр ойошторолған.
Спорт кейемендә урамға сығып барған үҫмерҙәр һөйләүенсә, иптәштәрсә осрашыуға әҙерләнәләр икән, тиҙҙән футбол башланасаҡ. Ғөмүмән, улар волейбол, баскетбол, шулай уҡ шахмат уйындарын ярата.
"Аҡ елкән" лагеры етәксеһе Гүзәл Ғәлиеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, өйрәнгәнең — үҙеңә, эшләгәнең — кешегә тигән шикелле, һәр бала бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөп үҫергә тейеш. Мәктәп яны участкаһында ла эш ҡайнай, уҡыусылар һуған, ҡыяр, помидор, кишер, кәбеҫтә үҫтереү менән мәшғүл, ағастарҙы тәрбиәләй. Айгөл Сәғәҙәтова менән Лилиә Йыһаншинаға иһә сәскәләргә һыу һибеү бурысы йөкмәтелгән, әхирәттәр был эште күңел биреп башҡара.