Дуҫтар, ә һеҙ музейға йөрөйһөгөҙмө? Балалар эше түгел, тип яуап бирер ҡайһы бер ата-әсә. Ә бына Өфөләге Киров районының 170-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәргә бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, сөнки үҙҙәрендә ниндәй генә музей юҡ! Бал ҡорттары, сәғәт, итек музейҙары... Күптәрҙең был турала ишеткәне лә юҡтыр, моғайын.
Әйҙәгеҙ, бергәләп сәйәхәт ҡылайыҡ. Бал ҡорттарына арналған бүлмәгә инһәң, унда нимә генә юҡ! Хатта ысын кәрәҙ ҙә бар. Сәғәт музейында ла балалар үҙенә оҡшағанын таба: кемгә — ҡул сәғәте, кемгә кәкүклеһе оҡшай. Ә бына итек музейында уға арналған бөтә мәғлүмәт бар. Экскурсияға килгән балалар экспонаттар менән танышыу ғына түгел, әйберҙәрҙе тотоп та, кейеп тә ҡарай. Балалар баҡсаһы етәксеһе Зөһрә Мостафина әйтеүенсә, кескәйҙәргә музей буйлап йөрөү бик оҡшай. Танышып сыҡҡас, видеояҙма ҡарайҙар. Төркөмгә барғас, кемгә ниндәй экспонат оҡшаған, шуның һүрәтен төшөрәләр. Ә инде һуңынан ижади эше менән һәр бала сығыш яһай. "Был уларҙың уйлау, һөйләү һәләтен үҫтерә", — ти етәксе.