Урмандан тапҡан дуҫым21.08.2013
Дуҫтарым менән еләк йыйырға барғайныҡ. Бер ағас төбөндә ояһынан ҡолап төшкән, аяғы яраланған ҡош балаһын күреп ҡалдым. Уны йәлләп өйгә алып ҡайттым.
Ҡумта эсенә түшәк түшәп, ҡошсоҡто шунда һалдым. Аяғын әсәйем бинт менән бәйләне. Арыған, асыҡҡан ҡошсоҡтоң алдына һыу ҡуйҙым, икмәк валсыҡтары, үлән һалдым. "Сырҡ-сырҡ-сырҡ" тип хәлен һөйләргә, бәлки, рәхмәт әйтергә тырышҡан дуҫыма "Сырҡылдаҡ" тип исем ҡуштым.
Ҡошсоғом оҙаҡламай һауығыуға табан китте. Уны көндөҙ баҡсаға сығара башланым. Ҡулыма ултыртып, осорға өйрәттем.
Йылы, матур бер көндө, ғәҙәттәгесә, баҡсаға сыҡтыҡ. Ҡошсоғом тәүҙә аҫтан ғына осоп йөрөнө. Унан, юғарыға күтәрелеп, күҙҙән юғалды.
Икенсе көндө тағы ла яныма килеп, баш осомда өйөрөлөп йөрөнө-йөрөнө лә ҡанаттарын ҡаға-ҡаға осоп китеп барҙы. Дуҫым, моғайын, хушлашырға килгән булғандыр...