Ноябрҙә Өфөнөң Ленин һәм Коммунистик урамдары сатында Совет дәүләтенең юлбашсыһы Владимир Ильич Лениндың яңыртылған һәйкәлен асыу тантанаһы булды. Унда Рәсәйҙең Коммунистар партияһы рәйесе Геннадий Зюганов та ҡатнашты.
Тарих биттәренә күҙ һалһаң, Ленинға һәйкәл илебеҙҙә тәүгеләрҙән булып 1924 йылда Өфөлә ҡуйыла. Ә уның янындағы сквер халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әүерелә.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында гипстан яһалған монумент эшлектән сыға, шуға ла Ленинград (хәҙерге Санкт-Петербург) ҡалаһына реконструкцияға оҙатыла. Уны тейешенсә тергеҙәләр, әммә, үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, төрлө сәбәп менән һәйкәл Өфөгә кире әйләнеп ҡайтмай. Бынан һуң ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Былтыр октябрь айында һәйкәл Санкт-Петербургтағы Рәсәй художество академияһы фондында табылды.
Быйыл Өфө ҡала Советы депутаттары һәйкәлде тарихи урынына ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Яңыртыу эштәрен скульптор Хәлит Ғәлиуллин башҡарҙы, ә сығымдарҙы бағыусылар үҙ өҫтөнә алды.
— Һәйкәл заманса материалдан — яһалма мәрмәрҙән — эшләнгән. Сифаты буйынса граниттан да яҡшыраҡ, шуға ла тағы ярты быуат торасағына шик юҡ, — ти скульптор.
Ленин һәйкәленең үҙ урынына ҡайтыуын бигерәк тә оло быуын вәкилдәре ҡыуанып ҡаршы алды.
— Тарихыбыҙға иғтибарлы булып, беҙ тәү сиратта йәштәргә өлгө күрһәтәбеҙ, — ти улар.