Йәй еткәс, Айраттың атаһы гел генә өй тирәһендә булаша башланы: нимәлер быса, йыша, ҡата.
— Нимә төҙөйһөң ул, атай? — тип һораны бер көн улы.
— Өйҙө, ишек алдын матурлайым. Һин дә көсөңдән килгәнсә ярҙам ит.
— Ә нимә эшләйем һуң?
— Ишек алдындағы уйын майҙансығын матурла.
Айрат ҡом өйөлгән мөйөштө әйләнеп сыҡты ла, ҡулын бөйөрөнә ҡуйып, уйға ҡалды. Ана, атаһы тәҙрә баштарын нисек ҡупшы итеп семәрләп ҡуйған. Әле ҡапҡаны матурлай.
Малай атаһынан ҡалған таҡта киҫәктәрен бер урынға өйөп ҡуйҙы. Һыу буйынан төрлө таш ташыны. Кискеһен иһә малайҙар өсөн сыҡҡан энциклопедияны ҡарап ултырҙы. Иртәгеһен уҡығандарын, хыялын эшкә ҡушты. Таштарҙы теҙгәйне, жирафҡа оҡшаған юл килде лә сыҡты. Унан ҡолаҡтарын, күҙҙәрен, ҡойроғон яһап ҡуйҙы. "Бына бит, баш үҙемдә!" — тип эстән генә маһайып та алды. Шунан, дәртләнеп китеп, таҡта ҡалдыҡтарынан ҡоштарға тағараҡ, оя яһап элде. Оҙон ҡолғаға елдең йүнәлешен күрһәткән өйрөлтмәк тә ҡатып ҡуйҙы. Улын күҙәтеп йөрөгән атаһы ҡыуанып бөтә алманы.
Иртәгәһен икәүләп урманға барҙылар. Күп итеп тал, муйыл сыбыҡтары киҫеп алдылар. Юлда атай кеше йығылған ағас янында туҡтап ҡалды.
— Тамырҙарын нимәгә оҡшатаһың? — тип һораны улынан.
— Томшоғон күтәргән филгә, — тине Айрат.
— Шулай шул. Әйҙә, бысып алып ҡайтайыҡ. Ундай филде уңыш килтерһен өсөн һатып алалар, ә бында — әҙер сувенир.
Тамырҙы бысып алып, тупраҡтан таҙартҡайнылар, нәҡ фил булды ла ҡуйҙы. Ҡайтҡас, был фигураны бәшмәк ҡыйыҡлы эскәмйәгә ҡатып ҡуйҙылар. Сыбыҡтарҙан ултырғыс, түңәрәк өҫтәл үреп эшләнеләр. Ҡалғаны ҡоймаға ла етте. Ҡыҫҡаларынан сәскә өсөн кәрзин үрҙеләр.
Дуҫтары ишек алдына килеп ингәс, үҙҙәрен әкиәт донъяһындағылай хис итте. Шулай булмай ни: ҡом ғына өйөлөп ятҡан мөйөштә Айрат бына ниндәй мөғжизә яһап ҡуйған! Матурлыҡҡа хайран ҡалған һәр малайҙың күңелендә: "Мин дә шулай эшләй алам бит!" — тигән дәрт уянды.