Шиғри гөлләмә21.08.2013
Бүләк

Телем миңә юлдаш булыр,
Бик күп ишектәр асыр.
Кәрәк икән, мине яҡлап,
Ул ҡалҡан булып баҫыр.

Һәр бер һүҙе йәнгә яҡын,
Ҡәҙерле һәр бер өнө.
Уның менән атыр таңым,
Яҡтырыр һәр бер көнөм.

Телем — минең яҡын дуҫым,
Ул йөрәгемдә йәшәй!
Уны миңә бүләк итеп,
Ҙурлаған мине әсәй!

Шатлыҡбай

Үҙгәртергә булдым әле
Туғанымдың исемен.
Өлкәндәрҙән дә шәберәк
Фекерләгән төҫлөмөн.

Ҡатмарлы ла түгел исем,
Гел телгә килеп тора.
Ышанмаһағыҙ, ҡарағыҙ:
Ҡустым ауыҙын йыра!

Ҡулыма алһам, йылмая,
Тәтәй тотторһаң, көлә.
Минең уны яратҡанды
Туғаным нисек белә?!

Уға ҡараған кешенең
Шатлығы һыймай эскә.
Шатлыҡбай тип ҡушам әле
Ҡустыма — шат бәпескә!

Азамат ҡайта ауылға

Ай башында ауылға
Ҡайтам тигән Азамат.
Өләсәйгә елдертеп
Алып килер тимер ат.
Бәрәс әйтә: "Бәр-бәр-бәр,
Ҡайтһын тип хәбәр ебәр!"
Бесәй әйтә: "Мяу-мяу-мяу,
Ҡайтмайынса ярамяу".
Ҡолон әйтә: "Иһа-һа,
Ҡыйын булыр, ҡайтмаһа!"
Күркә әйтә: "Фыр-фыр-фыр,
Ул хәҙер ҙурайғандыр!"
Себеш әйтә: "Сип-сип-сип,
Һағындырған бик-бик-бик!"
Көсөк әйтә: "Вау-вау-вау,
Ҡайтып етһен иҫән-һау!"
Ҡаҙҙар әйтә: "Ҡа-ҡа-ҡа,
Ҡайтһын ине оҙаҡҡа!"
Быҙау әйтә: "Му-му-му,
Ысынлап та ҡайтаму?"
Азаматтың ҡайтҡанын
Көтә унда бөтәһе.
Нишләп һаман ҡайтмай ул —
Бөгөн айҙың етеһе?!"


Вернуться назад