“Ғәҙеллеккә ышана башланым...”20.08.2013
Яңыраҡ мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы бәхәсле хәл республикабыҙҙа ҙур шаңдау тыуҙырҙы. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәтендәге яуаплы кешеләрҙең балалары юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы йүнәлтмә менән ингән. Йәғни уларға белем биреү өсөн сығымдарҙы йәш белгесте диплом алғас та үҙенә эшкә урынлаштырыу менән ниндәйҙер ведомство йәки предприятие түләй. Йәмәғәтселекте ҡуҙғатҡан ваҡиғаға республика Президенты ла иғтибар итте. Һөҙөмтәлә, юғары вазифа биләгән өс кешегә шелтә бирелде.
Гәзит уҡыусыларға “Мәсьәләнең ошондай юҫыҡта хәл ителешенә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ?” тигән һорау бирҙек.

Сәбилә МӘХМҮТОВА, Сибай ҡалаһы:
— Ысынлап та, университетҡа маҡсатлы урын алыу еңел түгел. Хәҙер бит күптәр, имтиханда тейешле балл йыймаһа, балаларын түләп уҡыта. Ә был осраҡта түрәләрҙең ғәзиздәренә бигерәк уңайлы шарттар килеп тыуған. Минеңсә, кешенең социаль сығышына ҡарап, уға ниндәйҙер уңайлыҡтар бирергә ярамай. Һәр нәмәлә ғәҙеллек булырға тейеш.
Илдар ФӘТИХОВ, Илеш районы:
— “Асыҡ Хөкүмәт”, “Халыҡ өсөн эшләргә”, “Яңырыу ваҡыты” тигән һүҙҙәр илебеҙҙә көн талабы булып яңғырай. Президентыбыҙҙың ҙур вазифалы кешеләргә шелтә биреүе — ыңғай сәйәсәттең дәлиле. Тимәк, быға тиклем ишеткән һүҙҙәр буш түгел, һәммәһе лә бер тигеҙ яуаплы. Әгәр тәртипте боҙалар икән, яуап бирергә тейештәр. Шәхсән үҙем Президентыбыҙҙың ғәҙеллегенә ышанам.
Кәримә ҒАЯЗОВА, Учалы ҡалаһы:
— Вазифалы кешеләрҙең балалары насар уҡыусылыр тип әйткем килмәй. Тик, әхлаҡи яҡтан ҡарағанда, нисектер килешеп етмәй. Бына шундай осраҡтар өсөн дә халыҡ етәкселеккә ышанысын юғалта. Берәүҙәр баҫыуҙа тир түгеп тә балаһын түләтеп уҡыта, икенселәр иһә, мөмкинлегенән файҙаланып, еңел ысул менән ҡуллана. Ғөмүмән, әшнәлек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ бер өлкәлә лә булырға тейеш түгел.
Ирина ҠОЛМӨХӘМӘТОВА, Бөрө ҡалаһы:
— Әгәр яңылышмаһам, ундай бәхеткә төрлө министрлыҡта, район хакимиәтендә эшләгәндәрҙең балалары эйә булған. Нисек кенә булмаһын, нәфсене тыя белергә кәрәктер. Белем бит киләсәктә ата-әсәләренә түгел, үҙҙәренә кәрәгәсәк. Шуға һәр кем мәктәптән үк үҙ киләсәгенә яуаплы ҡараһын.
Мөнир ИРҒӘЛИН, Белорет районы:
— Яңырыу сәйәсәте эшләй башланы, былай булғас. Беҙгә буш вәғәҙәләр түгел, ә аныҡ ҡарарҙар, эштәр кәрәк. Республика етәкселегенә ышанысым арта.


Вернуться назад