Йортло буласаҡбыҙ, тип ҡыуана йәштәр20.08.2013
Йәштәрҙе райондарға ылыҡтырыу маҡсатындағы “Ауыл табибы” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Нәҡ ошо проект арҡаһында республикабыҙҙың күп кенә дауаханалары юғары белемле медицина белгестәре менән тулыланды. Күп йылдар табипһыҙ интеккән ауыл халҡы еңел һулыш алды кеүек.
Краснокама районына, мәҫәлән, 2011 йылда дүрт белгес ҡайтҡан булған, ә 2012 йылда тағы 14 йәш табип, Ҡазан, Ижевск, Пермь һәм Өфө медицина университеттарын тамамлап, үҙ теләге менән эшкә килгән.
– Әлеге йәштәр ниндәйҙер кимәлдә медицина белгестәренә булған ихтыяжды кәметте, әммә беҙгә кардиологтар, врач-лаборанттар, эпидемиологтар, терапевтар кәрәк, – ти район үҙәк дауаханаһының кадрҙар бүлеге начальнигы Римма Таһирова. – Уларҙың барыһы ла ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин ителде, киләсәктә һәр береһенең үҙ йорто буласаҡ.
Күгәрсен районының Мораҡ ауылында тыуып үҫкән Ләйсән Әхмәтшина 2011 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлаған, артабан Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында профессор Василий Кулавский етәкселегендә интернатура ла үткән.
– Сит районда эш башлағанға һис үкенмәйем, беҙҙе бында ихлас ҡаршы алдылар, – ти Ләйсән. – Юғары белем алырға ярҙам иткән атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тырышып хеҙмәт итәсәкмен.
Ул район үҙәк дауаханаһында акушер-гинеколог булып эшләй. Балтас районының Иҫке Балтас ауылы егете, ошо уҡ университеттың медик-иҫкәртеү факультетын тамамлаған Ленар менән студент саҡта уҡ өйләнешкәндәр. Әлегә ире Нефтекама ҡалаһында интернатура үтә.
“Ауыл табибы” программаһына ярашлы биреләсәк аҡсаны фәҡәт йорт һалыуға тотонорға йыйыналар. “Үҙ йортобоҙ булһа, мотлаҡ баҡса үҫтерәсәкбеҙ”, – тип һөйөнә йәштәр.


Вернуться назад