Етемдәрҙең сираты кәмейәсәк20.08.2013
Үрге Ҡыйғы ауылында йәшәгән ун етем бала киләһе йыл башында өй туйлаясаҡ. Торлаҡ йорт итеп үҙгәртелгән элекке автотранспорт предприятиеһы бинаһында барлыҡ ремонт эштәрен тап бына ошо ваҡытҡа тамамлау ҡарала.
Әле районда фатир алыуға 146 етем баланың 33-ө сиратта тора.
— Мөмкинлегебеҙгә ҡарап, уларҙың торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә тырышабыҙ. Ил һәм республика бюджеттарынан бүленгән аҡсаға мөмкин тиклем күберәк йорт һатып алыу маҡсатын күҙ уңында тотабыҙ. Тыуған ауылында йәшәргә теләүселәр ҙә бар, уларҙы өйлө итеү район үҙәгендәгенән арзаныраҡҡа төшә, — тип билдәләне Ҡыйғы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәнил Сафин. — Оҙаҡламай Иҙрис ауылында етем балалар өсөн ике йорт алынасаҡ.
Күптән түгел икенсел баҙарҙан берәр бүлмәле ике фатир йүнләгәндәр. Әйткәндәй, район үҙәгендә етем балалар өсөн тотош бер урам үҫеп сығасаҡ, әлегә унда икешәр фатирлы өс йорт һалынған. Һәр торлаҡтың файҙалы майҙаны 18 метрҙан да кәм түгел. Бынан тыш, Үрге Ҡыйғы ауылынан 2 километр алыҫлыҡта ятҡан Киҙетамаҡ ауылында капиталь ремонттан һуң берәр бүлмәле биш фатир торлаҡ итеп яраҡлаштырылған.