Сибай ҡалаһының Никах йорто янында Әсәне данлаусы һәйкәл асылды. Уның тап бында ҡуйылыуы осраҡлы түгел. Йәштәр нәҡ ошо йортта ғаилә ҡора, сабыйҙары донъяға килгәс, тыуыу тураһында таныҡлыҡ өсөн йәнә әлеге бинаға аяҡ баҫа. Йәштәр өсөн Никах һарайынан оло тормошҡа тәүге һуҡмаҡтар һалынһа, алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләүсе өлкән парҙарҙы тәбрикләү ҙә бында атҡарыла.
Әсә — бөйөк исем. Күпме шағир уға арнап шиғыр яҙған, күпме йырсы уға бағышлап йырҙар йырлай, күпме рәссам картиналар ижад итә! Һәр кемгә ҡәҙерле һәм яҡын булған әсәгә һәйкәл илебеҙҙә бик һирәк. Волгоградта Тыуған ил-Әсә һәйкәле бар, Нью-Йорктағы Тыныслыҡ статуяһында ла әсә һыны тора. Сибайҙа асылған һәйкәл кешелекте дауам итеүсе ҡатын-ҡыҙ хөрмәтенә ҡойолдо. Изге һын һәр беребеҙгә үҙенең иң ҡәҙерле кешеһен хәтерләтеп торһон, сөнки әсә — ҡурсалаусы ла, яҡлаусы ла. Әсә фатихаһы менән ғаилә ҡорған йәштәрҙең тормоштары яҡты һәм мөхәббәтле булһын!
Бронзанан ҡойолған был һәйкәл — Мәскәүҙән ағалы-ҡустылы Вадим менән Станислав Кирилловтарҙың ижад емеше.
Сибай ҡалаһында күп балалы өс йөҙҙән ашыу ғаилә бар. Ун ете әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Әсәйҙәргә дан һәм хөрмәт йырлаған был һәйкәл сибайҙарҙың ғына түгел, ҡала ҡунаҡтарының да иң яратҡан урынына әүерелде.