Беҙҙең яҡтар бай ул!20.08.2013
Красноусол ауылында “Тәбиғәт биргән мөғжизә” тигән район байрамы үтте. Ул “Бал донъяһы” һәм “Һөт көнө” проекттарын берләштерҙе.

Байрамдың программаһына бал һәм һөт ҡушып бешерелгән тәмлекәстәр күргәҙмәһе, умартасылар бәйгеһе, һөт конкурсы, “Иң ҡупшы кәзә” һәм күп кенә башҡа саралар индерелгәйне. Әлбиттә, еңеүселәр бүләкһеҙ ҡалманы. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре кескәйҙәр һәм ололар өсөн күңелле уйындар ойошторҙо.


Вернуться назад