Майлы ҡалъя кемгә эләгә?20.08.2013
Хәйер, майлы ҡалъя һоғоноусылар күп арабыҙҙа. Бигерәк тә буш төшкәндәрен. Нисек килгәнен, ҡайҙан хасил булғанын һорамайҙар ҙа. Был юлы тап шулай булмаҡсы.

Райондың ерен аҡтарып, аҫтынан байлыҡ сығаралар, уның урынында халыҡҡа соҡор-саҡырҙар, тар-мар ителгән урман, бысранған йылғалар, ауыр мәғдән ташығандан уйылған соҡорло юл ҡала. Ә кемдеңдер кеҫәһенә миллиондарса һум аҡса барып төшә. Ҡайҙа ғәҙеллек? Ни өсөн Хәйбуллала урынлашҡан тау сәнәғәте ойошмаларының район өсөн мәрхәмәтлелек йөҙөнән бүлгән аҡсалары ситкә оса?
Бөгөн илдә иң ҡеүәтлеләр иҫәбендә булған “Урал тау-металлургия компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Хәйбулла районының “Бүребай”, “Юбилей” һәм “Тиргәмеш” ятҡылыҡтарында мәғдән таба. Райондың “Подольск” ятҡылығында ла разведкалау һәм проектлау эштәре башланған. Һүҙ юҡ, тау сәнәғәте тармағында хеҙмәт итеүселәрҙең күпселеге — урындағы халыҡ. Тимәк, ул эш урындары булдырыуҙа шаҡтай ҙур әһәмиәткә эйә.
Әммә, миҙал ике яҡлы тигәндәй, бындай предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхитте бысратыуҙа һәм тәбиғәтте ҡоротоуҙа зыяны ҙур булыуын оноторға ярамай. Шул сәбәпле Таналыҡ, Ташлы йылғалары йылдан-йыл һайыға бара. Әлбиттә, комбинат етәкселеге тарафынан тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү маҡсатында даими эш алып барыла, тик былар — күл өҫтөндәге тамсы ғына. Һәр хәлдә, йылдар дауамында зарарланған тәбиғәтте ҡайтанан үҙ хәленә килтереп булмай. Шуға күрә, район хакимиәте һәм тау сәнәғәте предприятиелары араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, йыл һайын мәрхәмәтлелек фондына аҡса күсерелә. Был иҫәпкә райондың ремонтҡа һәм төҙөкләндереүгә мохтаж булған балалар баҡсалары, мәктәп, дауахана һәм башҡа социаль объекттары йүнәтелә, юлдар яңыртыла. Мәҫәлән, 2011 йылда фондҡа 50 миллион һум аҡса күсерелеп, Подольск, Ивановка, Сиҙәм һәм Ғәлиәхмәт мәктәптәренә капиталь ремонт эшләнгән. Былтыр фондҡа ингән 45 миллион һум Әбүбәкер, Яңы Ергән, Подольск, Степной клубтары, Атингән, Садовый балалар баҡсалары һәм башҡа объекттарҙы капиталь ремонтлауға сарыф ителде. Быйыл тау сәнәғәте компанияһы йәнә 50 миллион һум бүлә.
Тик ни өсөндөр Социаль йүнәлешле программалар фонды тарафынан был аҡса республика райондары һәм ҡалалары буйынса кеше һанына ҡарап бүленә. Һөҙөмтәлә, бысранған һыу эсеп, аҡтарылған ерҙә йәшәргә мәжбүр булған, соҡор-саҡырлы юлдан йөрөгән хәйбуллаларға ни бары 6 миллион 810 мең һум өлөш сыға, шул уҡ ваҡытта Белорет районына — 19 миллион 930 һум, Бәләбәйгә 18 миллион 900 һум тәтей. Ҡайҙа бында ғәҙеллек?!
Әлбиттә, буштан-буш килгән майлы ҡалъяны һоғонорға яратыусылар күптер ҙә, әммә әсе тирен түгеп, хозур тәбиғәтен илебеҙ ҡаҙнаһын тулыландырыу хаҡына ҡорбан иткән хәйбуллалар өлөшөнә фонд аҡсаһы мулыраҡ төшөргә тейештер бит... Аҡтарылған тау-урмандар, соҡор-саҡырлы юлдар, һыуҙары киткән йылғалар өсөн кем яуап бирер? Исмаһам, аҡса менән булһа ла...


Вернуться назад