58 йәшлек Сания Сәғитова Рәсәйҙе, Монголияны арҡырыға-буйға гиҙгән, Францияла, Италияла, Германияла, Грецияла, Югославияла, Венгрияла, Испанияла, Голландияла, Данияла булған.
Күптән түгел ул беҙҙең “Башҡортостан” гәзитенә Татарстан, Ҡалмыҡстан, Дағстан, Чечняға ҡылған сәфәренән юлъяҙма алып килде. “2012 йылда алыҫыраҡ илдәргә юлланыу ниәтем бар”, — ти тынғыһыҙ сәйәхәтсе.
Сания Сәғитова Бөрйән районында Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Етеҙ, көслө ҡыҙ булып үҫә ул. Үҙе акробатик күнекмәләр уйлап сығарып, ата-әсәһе, күршеләре алдында сығыш яһарға әүәҫ була. Мәктәп китапханаһын баштан-аяҡ уҡып сыға — урыҫ, сит ил әҫәрҙәрен өйрәнә, айырыуса сәйәхәттәр тураһындағы китаптарҙы үҙ итә. Бәләкәйҙән килгән ошо ҡыҙыҡһыныуы бөгөн Сания апайҙы оло юлдарға илтә, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраштыра, республиканы башҡа яҡтарҙа танытырға мөмкинлек бирә.