Берәү ҙә ярҙамһыҙ ҡалмаҫ17.08.2013
Башҡортостан Хөкүмәте Бойороғо менән ташҡын һөҙөмтәһендә ҡаза күргән Әбйәлил, Белорет райондарында торлаҡ һәм социаль объекттарҙы тергеҙеү ваҡыты билдәләнде.
Бынан тыш, 5 сентябргә тиклем Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Торлаҡ- коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы ҡаза килтергән зыянды ҡаплау тураһында документтар әҙерләп тапшырырға тейеш.
Ил төбәктәрендә ташҡын һөҙөмтәһендәге ҡатмарлы хәлгә бәйле Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән видеоселектор кәңәшмәһендә зыян күргән һәр кемгә 10 мең һум аҡса бүлеү ҡаралды. Мөлкәтен өлөшләтә юғалтыусыларға – 50 мең һум, мөлкәтенән тулыһынса яҙыусыларға 100 мең һум күләмендә матди ярҙам күрһәтеү бурысы ҡуйылды. Шулай уҡ Волга буйында, Уралда һәм Алыҫ Көнсығышта ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ил ҡаҙнаһынан 3,2 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Башҡортостан ошо маҡсатҡа 422 миллион 690 мең һум аҡса аласаҡ. Әле Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы эшсе төркөм Әбйәлил һәм Белорет райондарындағы ташҡын һөҙөмтәһендәге зыянды иҫәпләү буйынса эш алып бара.
Гәзит уҡыусыларға хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан” гәзите мөхәрририәте тарафынан иғлан ителгән акцияны дәррәү күтәреп алыусылар юҡ түгел. Ошо көндәрҙә баш ҡаланан бер ылау Әбйәлил тарафтарына юл алды. Шуныһы ҡыуаныслы: мәрхәмәтлек акцияһына баш ҡаланың иң эре сауҙа нөктәләре “Меркурий”, “Монро”, “Тополя” менән бер рәттән “Өфө трикотаж” һәм “Өфө кизе-мамыҡ комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре лә берҙәм ҡушылды.