Намыҫы менән абруй яуланы17.08.2013
Был мәҡәләмдә ауылымдың, колхозымдың абруйлы шәхесе, ысын ер кешеһе, бөтә ғүмерен, белемен, бар көсөн, тырышлығын ергә, ауыл хужалығына биргән хеҙмәт ветераны Фәйзрахман Ғәни улы Әбүбәкеров тураһында яҙмаҡсымын.
Әбүбәкер ауылында йәшәүсе Ғәни олатай менән Вәлимә инәйҙең ғаиләһендә дүрт малай, бер ҡыҙ үҫә. Һәйбәт кенә донъя көтөп ятҡанда фашистар Германияһы илебеҙгә мәкерле һөжүм башлай. Күп ауыл ирҙәре фронтҡа китә. Ғәни олатайға ла саҡырыу ҡағыҙы килә, ләкин ул, өлкән булыуы сәбәпле, хеҙмәт фронтына ебәрелә.
Өйҙә биш бала менән Вәлимә инәй бер үҙе генә тороп ҡала. Уларҙы нисек тә булһа тәрбиәләп, белем алырға ярҙам итергә кәрәк. Тормош көндән-көн ауырлаша. Өлкән улы Абдрахман Бүребай руднигына эшкә урынлаша, ләкин ул да 17 йәшенән үҙ теләге менән фронтҡа китә. Күп тә үтмәй, Вәлимә инәй ҡаты ауырыуҙан вафат була. Ҡалған балаларҙы күршеләре, туғандары тәрбиәгә ала. Һуңынан Әбделғәлим һәм Вәхит ҡустыларын Михайловка балалар йортона урынлаштыра, ләкин ҡаты ауырыуҙан уларҙың икеһе лә үлеп ҡала.
Фәйзрахман менән Ғилминурға ҡайғыһын да, шатлығын да күп кисерергә тура килә. Үҫмер, тыуған ауылында VII класты тамамлағас, Чкалов исемендәге колхозда мал ҡараусы булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан бригадала хисапсы вазифаһында эшләй.
1944–1946 йылдарҙа Белорет ҡалаһындағы ФЗО-ла уҡып, ҡорос-тимер сым заводын төҙөүҙә ҡатнаша. Унан ҡайтҡас, трактор бригадаһында хисапсы, һуңынан Әбүбәкер һөтсөлөк фермаһында мөдир булып эшләй. Совет Армияһы сафтарында ла бурысын үтәй. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, яңынан ферма мөдире, һуңынан колхоз рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара. Үҙ эшен яҡшы, ихлас үтәгәне өсөн, һәләтле етәксе булыуын иҫәпкә алып, район етәкселәре уны белемен күтәреү маҡсатында Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡортостан ауыл хужалығы мәктәбенә колхоз рәйестәре әҙерләү бүлегенә уҡырға ебәрә. Унан агроном һөнәрен үҙләштереп, диплом алып ҡайтҡас, Фәйзрахман Ғәни улы "Красный доброволец" колхозының партия ойошмаһы секретары итеп һайлана.
Үҙ эшенә ихлас тотонған йәш белгесте тыуған төбәге тарта, һәм 1962 йылда уны "Красный доброволец" колхозының рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ғүмеренең 28 йылын ошо эшкә арнай, колхоз өсөн янып-көйөп эшләп, үҙен һәләтле ойоштороусы һәм оҫта белгес итеп күрһәтә, әлеге вазифанан хаҡлы ялға сыға.
Шул йылдарҙа колхозыбыҙ ысын мәғәнәһендә оло һынылыш осорон кисерҙе, алдынғы тәжрибәләрҙе өйрәнеп, игенселекте күтәреп һәм яҡшы сортлы орлоҡтар сәсеп, һәйбәт уңышҡа өлгәште. Малсылыҡ тармағы ла яйға һалынды, республикала һәм районда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм һатыу буйынса өлгөлө хужалыҡтарҙың береһенә әүерелде. Тәүҙә аҙ ғына мал аҫралһа, бер осор 2500 һыйыр, 4000–5000 баш һарыҡ, 1000 сусҡа, йылҡы малы һәм бик күп ҡош-ҡорто булған эре хужалыҡҡа әйләнде.
Колхоз игенселек һәм малсылыҡ тармағында уңышлы эшләгәне, юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн күп тапҡыр күсмә Ҡыҙыл байраҡ, Почет грамоталары, дипломдар менән бүләкләнде. Рәйес булараҡ, Фәйзрахман Ғәни улы хужалыҡтың иҡтисадын нығытыуға, унда эшләүселәрҙең көнкүрешен, йәшәйешен яҡшыртыуға, улар араһында сәйәси-тәрбиәүи эште ойоштороуға бөтә көсөн бирҙе. Үҙ бурысына намыҫлы ҡарауы, эшһөйәрлеге, колхозсыларҙың ихтыяждарына иғтибарлы булыуы менән хужалыҡ эшсәндәре араһында хаҡлы абруй, ихтирам һәм һөйөү ҡаҙанды.
Федоровка һәм Әбүбәкер ауылдарында яңы мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, медпункттар, балалар баҡсалары, профилакторийҙар, трактор-машина өсөн йылытылған гараждар, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә обелисктар, ике ҡатлы колхоз контораһы, мал аҙбарҙары һәм башҡа күп кенә объект төҙөлөп сафҡа инде. Талапсан етәксе, үҙ эшен һәйбәт белгән белгес ҡул аҫтындағыларҙан да фиҙакәрлек талап итә ине. Хужалыҡ өсөн кадрҙар әҙерләүгә лә, улар менән эшләүгә лә ҙур иғтибар бүлде. Уның осоронда баш зоотехниктар М. Асьянов, Ғ. Мөхәмәтйәров, баш инженер М. Строгов, ветеринария табибы М. Мәмбәтов, урта звено етәкселәре Н. Шпеньков, М. Бакуров, З. Билалов, баш агрономдар Р. Мотаһаров, К. Ниғәмәтов һәм башҡалар үҫеп сыҡты. Колхоз производствоһында уңышлы эшләгән, баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ продукцияһын етештереүгә үҙ өлөшөн индергән байтаҡ комбайнсы-тракторсы, малсы һәм һауынсыларҙы йылы һүҙҙәр менән иҫкә алырға мөмкин.
Тыуған илебеҙҙең күп һанлы наградалары Ф. Әбүбәкеровтың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып тора. Уның күкрәген ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, "Почет Билдәһе" ордендары, "В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы", "1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн" һәм башҡа миҙалдар биҙәй, юбилей миҙалдары ла бар. Ул шулай уҡ "Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре", "БАССР-ҙың мәғариф отличнигы", мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн "Халыҡ мәғарифы отличнигы" исемдәренә лайыҡ булды. Шулай уҡ тырыш хеҙмәте БАССР Юғары Советы Президиумы, БАССР Ауыл хужалығы министрлығының, район хакимиәтенең күп һанлы Почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде. Район һәм ауыл Советтары депутаты, КПСС-тың район комитеты һәм бюроһы ағзаһы итеп һайланды.
1984 йылда колхоз малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса Бөтә Союз социалистик ярышында еңеп сығып, һауынсылар өсөн микроавтобус менән бүләкләнде. Бындай ҙур хужалыҡҡа ял белмәйенсә оҙаҡ йылдар етәкселек итеүе, әлбиттә, еңел булмағандыр. Фәйзрахман Ғәни улы ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙенә тапшырылған бурысты бөтә күңелен биреп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарҙы. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары ойошмаһын етәкләне. Үҙенең эш тәжрибәһен йәш хужалыҡ етәкселәре менән ихлас уртаҡлашты.
Фәйзрахман Ғәни улы Әбүбәкер ауылы ҡыҙы Фәхирә Хәйретдин ҡыҙы менән 53 йыл бергә татыу ғүмер кисерҙе, ике малай, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе һәм уларға лайыҡлы белем биреп, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Шулай итеп, ваҡыт даръяһы туҡтауһыҙ аға, ә үткәндәр тарих биттәрендә ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, талантлы етәксебеҙ 2008 йылдың октябрендә вафат булып ҡалды. Беҙҙең аранан мәңгелеккә китһә лә, уның рухы, Ватанға тоғро хеҙмәте колхозыбыҙ тарихына мәңгелеккә инеп ҡалды һәм һүнмәҫ эҙ ҡалдырҙы.