Пособие түләмәйҙәрме? Шылтырат!17.08.2013
Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе хеҙмәт килешеүе төҙөгән эшсәндәрҙең хоҡуҡтары тураһында йәнә бер ҡат аңлатма, мәғлүмәт биреүҙе кәрәк тип һанай. Эш биреүселәрҙең дәүләт тарафынан гарантияланған пособиеларҙы түләүгә намыҫһыҙ ҡарашы менән бәйле дәғүәләрҙе һәм үтенестәрҙе бүлексә белгестәренә көн һайын ишетергә тура килә.
"Ҡатыныма йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиены түләмәйҙәр, ойошма хужаһы ла юҡ булды. Кемгә мөрәжәғәт итергә?" "Беҙҙең ойошмала бала тәрбиәләү буйынса пособиены түләмәйҙәр. Ярҙам итһәгеҙ ине..." Ошондай йөкмәткеле мөрәжәғәттәрҙең кәмегәне лә юҡ. Тимәк, әлегә кеше үҙ хоҡуҡтарынан тулыһынса файҙаланырға өйрәнмәгән.
Страховкаланған, йәғни хеҙмәт килешеүе төҙөгән кеше үҙенең хоҡуҡтары тураһында нимә белергә тейеш?
Бөтә яуаплылыҡ эш биреүсе өҫтөндә. Мотлаҡ социаль страховка буйынса пособиелар түләү, законға ярашлы, ойошманың бухгалтерияһы аша тормошҡа ашырыла. Шуға күрә һәр хеҙмәткәр дәүләт социаль страховкаһы средстволарын иҫәпләү һәм тотоноуҙың дөрөҫлөгө өсөн предприятие етәксеһе һәм баш бухгалтеры яуаплы булыуын белергә тейеш. Пособиены тәғәйенләү ваҡыты ун календарь көн менән сикләнгән. Страховкаланған кеше иң тәүҙә уны алыу өсөн бөтә тейешле документтар менән үҙе эшләгән ойошма бухгалтерияһына мөрәжәғәт итә. Пособие түләү эш хаҡы алған көндө бойомға ашырыла.
Ә түләнмәгән осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Пособие тәғәйенләү һәм түләү өс осраҡта Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе тарафынан башҡарылыуы ихтимал: а) әгәр страховкалаусы (эш биреүсе) кеше пособие юллап мөрәжәғәт иткән көнгә эшмәкәрлеген туҡтатҡан булһа; б) әгәр страховкалаусы кредит ойошмаһындағы иҫәбендә аҡсаның етешмәүенә һәм Рәсәй Гражданлыҡ кодексында ҡаралған аҡса средстволарын иҫәптән сығарыу сиратын күҙәтеүгә бәйле пособие түләй алмаһа; в) страховкалаусының һәм уның мөлкәтенең урынын билдәләү мөмкин булғанда. Был осраҡта пособие түләнмәүен билдәләү тураһында суд ҡарарының көсөнә инеүе мотлаҡ.
Үрҙә әйтелгән бөтә осраҡтарҙа ла хеҙмәткәрҙәрҙең эш биреүсенең страховкалаусы сифатында теркәлгән урыны буйынса Фондтың төбәк бүлексәһенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә хоҡуғы бар. Кәрәкле бөтә документтарҙың булыуы — төп шарт.
Әгәр ҙә страховкаланыусыға Фондтың төбәк бүлексәһе аша пособие түләү өсөн нигеҙ раҫланмаһа, шуның менән бергә страховкаланыусы һәм төбәк бүлексәһенә тейешле мәғлүмәтте алыу мөмкинлеге башҡаса булмаһа, пособие тәғәйенләнмәй һәм түләнмәй. Әммә граждан, судҡа мөрәжәғәт итеп, үҙенең пособие алырға хоҡуғын яҡлай ала. Тейешле суд ҡарары булғанда мәсьәлә ыңғай хәл ителәсәк.
Граждандар эш биреүселәргә ҡарата дәғүәләре менән дәүләт хеҙмәт инспекцияһына, прокуратураға, башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарына, судҡа мөрәжәғәт итергә хаҡлы.
Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе пособие түләү буйынса "ҡыҙыу линия" ойошторған. 279-02-27 телефоны һәм www.r02.fss.ru сайты һеҙҙең ҡарамаҡта, гәзит уҡыусылар!