Быйыл фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт республика йәштәр премияһына
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды.
Артур Хәбибуллин, Гүзәл Бикбова һәм Наил Баймөхәмәтов, моғайын, лауреаттар араһында иң йәшелер. Уларға әле ни бары 26 — 27 тирәһе.
Табиптар йөрьәт итеп тотонған тема үтә етди: “Күҙ мөгөҙсәһендәге сирҙәрҙе дауалауҙа яңы технологиялар” тип атала.
Йәш хирург-офтальмологтар күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында 2003 йылдан бирле эшләй. Шул ваҡыттан уҡ фән серҙәрен асыуға әүҙем тотонғандар. Һөҙөмтәлә
Башҡортостан табиптары илдә тәүгеләрҙән булып күҙ мөгөҙсәһендәге сирҙәрҙе дауалауҙа яңы технология ҡулланырға мөмкинлек биргән “УФалинк” аппаратын уйлап тапҡан. Ул молекуляр кимәлдә эшләй, йәғни нанотехнология емеше. Яңы аппарат Рәсәй клиникаларында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған һәм үҙенсәлекле эшләнмәне 20-нән ашыу клиника һатып алған. Хәҙер улар йәш ғалимдарыбыҙҙың ысулы буйынса ауырыуҙарҙы уңышлы дауалай.
Был аппарат сит илдәрҙәге менән сағыштырғанда күпкә арзаныраҡ, әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ.
Үкенескә ҡаршы, күҙ мөгөҙсәһендәге сирҙәр лазер ярҙамында күрәшлеккә операция яһаған осраҡта ла барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә күреү һәләте яңынан насарлана, күҙлек кейеү ҙә ярҙам итмәй. Сирҙе дауаламаһаң, инвалид булыуың да ихтимал. Хәҙер бындай хәүефтән ҡотолоу юлы бар, йәш ғалимдарҙың эшләнмәләре тап ошондай күңелһеҙ хәлдән ҡурсалай ҙа инде.
Үҙенсәлекле технология сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Йәш ғалимдарыбыҙҙың береһен, медицина фәндәре кандидаты Гүзәл Бикбованы, хатта Японияға эшкә саҡырғандар.