Ҡатын-ҡыҙ — көсһөҙ зат, тигән хәҡиҡәт бар халыҡ телендә. Юҡ, яңылыша халыҡ, төптән яңылыша. Ни өсөн, тиһегеҙме? Был мәҡәләнең геройы тураһында уҡып сыҡҡандан һуң үҙегеҙ барыһын да аңларһығыҙ тип ышанам.
Һүҙем — әлеге көндә Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында бәхетле ҡартлыҡ кисергән Тәнзилә Насирова хаҡында. Ул 1943 йылда күрше Һабай ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Олатай-өләсәһе, әсәһе, мәрхүм булған инәһенең балалары менән ишле ғаилә булып, бик татыу йәшәйҙәр. Һабайҙа башланғыс мәктәп кенә булғанға күрә, V — VII класты Юлыҡҡа йөрөп уҡырға тура килһә, VIII — X-ды Ҡауарҙы ауылында тамамлай Тәнзилә Исхаҡ ҡыҙы.
Сылтырап аҡҡан шишмә тауышылай сихри моңға эйә ауылыбыҙ ағинәйе. Шуға ла, бәләкәйҙән йырлап үҫкәнгәлер, урта мәктәпте тамамлап өлгөргәнлек аттестаты алған ҡыҙ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Стәрлетамаҡтағы культура-ағартыу техникумына уҡырға керә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә эшкә ебәрәләр. Хор етәксеһе булып йыл ярым эшләү дәүерендә бер нисә тапҡыр райкомдың һәм райсоветтың Почет грамоталары менән бүләкләнә.
Рим Әхтәрей улы менән тормош ҡороуҙарына ла ярты быуатҡа яҡын. Рим ағай хеҙмәт юлының тәүге көндәренән алып ошоғаса ауыл һәм райондың йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәй, бөтә көсөн ауылды, мәктәпте күтәреүгә һала. Ошо йылдар һуҙымында райондаштарының ихтирамын яулап, абруйға өлгәшә. Был еңел булмаған эштә Тәнзилә апайҙың ярҙамы ла бик ҙур. Бар ауырлыҡты бергә йырып сығырға өйрәнгән Насировтар.
Клубта эш булмау сәбәпле, Тәнзилә апай китапханасы, мәктәптә тәрбиәсе булып эшләй. Хеҙмәттәге һәм йәмәғәт тормошондағы уңыштары өсөн ул бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ә халыҡтың ышанысын һәм һөйөүен аҡлаған өсөн уны ауыл Советы депутаты, район халыҡ судының халыҡ заседателе итеп тә һайлайҙар. Ҡайҙа ғына булмаһын, ниндәй генә эшкә тотонмаһын, үҙенә йөкмәтелгән эште намыҫ менән башҡара Тәнзилә апай.
Ауылда балалар баҡсаһы асыу тураһында һүҙ сыҡҡас, был яуаплы эште уға ышанып тапшыралар. Тәнзилә апай ең һыҙғанып эшкә тотона: төҙөүселәр еренә еткермәгән эштәрҙе теүәлләй, кадрҙар туплай. Бер ниндәй ауырлыҡҡа ҡарамай, «Йәншишмә» балалар баҡсаһы бик яҡшы эшләп китә. Әле лә уның абруйы ҙур, районда иң алдынғылар рәтендә.
Тәнзилә апай менән Рим ағайҙың иңгә-иң терәшеп йәшәүҙәренә ике йылдан 50 йыл тула. Әлеге көнгә тиклем бер-береһе өсөн өҙөлөп торған был татыу пар үҙ өлгөһөндә яҡшы тәрбиә биреп, ике ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Араларында бухгалтер, финансист, техник хеҙмәткәр һәм башҡа белгестәр ҙә бар. Ҙур иркен өйҙәре алыҫтан балҡып, тирә-йүнгә йәм биреп, үҙенә саҡырып торғандай.
Рим ағай Ҡауарҙы ауылы тарихын өйрәнә, гәзиттәргә мәҡәләләр әҙерләй. Әйтеп үтергә кәрәк, ул районыбыҙҙа шахмат оҫтаһы булараҡ та билдәле.
Булдыҡлы уңыр, булдыҡһыҙ туңыр, тиҙәр. Ауылдаштарының ихтирамын яулап, балаларының изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә абруйлы Насировтар ғаиләһе уңды улар тормоштан.