Фани донъяның кисереп булмаҫлыҡ күренештәре лә бар. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән дә ҡалып булмай. Вәли Шәғәли улының арабыҙҙан китеүе башҡорт тел ғилеме, улай ғына ла түгел, төрки тел белеме өсөн ҙур юғалтыу булды.
Филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Белем биреү академияһының ағза-корреспонденты, Башҡорт дәүләт университеты доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, йөҙәрләгән фәнни хеҙмәт авторы. Вәли Псәнчин Күгәрсен районының 1-се Дәүләтҡол ауылында тыуған. Юғары белемде БДУ-ның филология факультетында ала, артабан БАССР-ҙың Мәғариф министрлығында бүлек мөдире булып эшләй. 23 йыл ғүмерен БДУ-ла студенттарға белем биреүгә арнай. 1984 йылда уны илебеҙҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Белем биреүҙең милли проблемалары институтының Башҡортостан филиалына эшкә саҡыралар. Унда ул тәүҙә мөдир, артабан төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Биография мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Вәли Псәнчин үҙенең барлыҡ ғүмерен йәштәргә белем биреүгә арнаған.
Ғалим юғары уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары, башҡорт теле уҡытыусылары өсөн күпме дәреслек, программа, методик әсбап яҙҙы! Ул хеҙмәттәр "Китап" нәшриәтендә бер-бер артлы донъя күрә торҙо. Олуғ ғалим башҡорт теленең стилистикаһы, тарихи морфологияһы, һүрәтләү саралары, риторикаһы буйынса ла байтаҡ монография ижад итте. Мәскәүҙә нәшер ителгән "Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы"на ла үҙ өлөшөн индерҙе.
Иҫтәлектә ғалимдың бер генә ғилми хеҙмәтенә айырым туҡталмаҡсымын. Уның профессор Ә.М. Аҙнабаев менән берлектә яҙылған "Историческая грамматика башкирского языка" (1983, БДУ нәшриәте), "Башҡорт теленең тарихи морфологияһы" (1976, Башҡортостан китап нәшриәте) тигән китаптары бар. Шуларҙағы тикшеренеүҙәрҙең күпселеген Вәли Псәнчин башҡарған.
Тарихи тикшеренеүҙәр, бигерәк тә тарихи морфология, телдең боронғолоғон сағылдырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Мәскәү ғалимдарының фекеренсә, башҡорт теле йәш яҙмалы тип ҡаралды, был төптө хата ҡараш ине. Әлбиттә, туған телебеҙҙең боронғолоғон күрһәтеүсе яҙма ҡомартҡылар һаҡланмаған. Улар булмаһа, башҡа саралар ҙа бар бит әле. Олуғ ғалимыбыҙ был хаҡта бик дөрөҫ фекерҙә. Бына ул ни ти: "Башҡорт теленең тарихи морфологияһын өйрәнеү өсөн иң элек туған телебеҙҙең үҙ факттары, шулай уҡ уның диалекттарынан алынған материалдар, ҡәрҙәш телдәрҙең, уларҙың диалекттарының, төрлө осорға һәм урынға ҡараған яҙма ҡомартҡыларҙың тел факттары сығанаҡ материал булып торҙо". (Башҡорт теленең тарихи морфологияһы. Өфө — 1976, 6–7-се биттәр). Бына ҡайҙа ята ул фәндең үҫешенә булған төплө, нигеҙле ҡараш! Әҙәби телдең нормалар системаһын камиллаштырыуҙа Вәли Псәнчиндең ошо кире ҡаҡҡыһыҙ методологияһы ҡанун рәүешендә ҡабул ителер, тип уйлайым. Әҙәби телде үҫтерергә кәрәк. Ә ул фәҡәт диалекттар иҫәбенә байый түгелме ни? Тел ғилемендә синоним-фонетик күренештәр, синоним-грамматик формалар, синоним-лексик берәмектәр бар. Әҙәби телдең нормалары ла ана шул синонимдар иҫәбенә байырға тейеш. Синонимияның асыҡ миҫалдары диалекттарҙа ята.
Арҙаҡлы ғалим лингвистик асыштарға, яңы тип табылған концепцияларға һәр саҡ тәнҡитсел ҡарашта булды. Мәҫәлән, донъя тел ғилемендә билдәле ғалим Б.А. Серебренников төшөм һәм эйәлек килештәрҙең функциональ яҡтан бер-береһен алмаштыра алыуына ҡаршы сыға. Уныңса, был килештәрҙең мәғәнәһе яғынан бер-береһенә һис ниндәй мөнәсәбәте юҡ, имеш. Ә ғалимыбыҙ уның был ҡарашын кире ҡаға. Ул үҙенең был фекерен төплө материалдар менән иҫбатлап та ҡуя. Башҡорт телендә был ике килеш билдәлелек менән бәйләнгән. Ҡайһы бер төрки телдәрҙә, шулай уҡ монгол телдәрендә бер үк форма эйәлек һәм төшөм килеш функцияларын үтәй.
Тарихи грамматика — тел ғилеме үҫешенең көҙгөһө. "Башҡорт теленең тарихи морфологияһы" тигән хеҙмәтендә Вәли Шәғәли улы килеш формаларының, алмаштың, сифаттың, һандың, рәүештең, ярҙамсы һүҙҙәрҙең тарихи үҫешен киң планда бик ентекле тикшергән. Хеҙмәттең методологияһы, методологик нигеҙе, тикшеренеү алымдары бик төплө, юғары фәнни кимәлдә тасуир ителә. Башҡорт телендәге грамматик күренештәр, һүҙ төркөмдәренең тарихи үҫеше диалект, төрки, алтай телдәре, яҙма ҡомартҡылар материалы менән эҙмә-эҙлекле сағыштырып өйрәнелә.
Ошо йәһәттән бер хәл-ваҡиғаға ла иғтибар итмәксемен: бөгөн дә, унан-бынан күсереп, ғилми хеҙмәттәр яҙалар, уларҙы кандидатлыҡ йә докторлыҡ диссертациялары рәүешендә яҡлайҙар, хатта ВАК-та (Юғары аттестация комиссияһы) раҫлайҙар. Бындай күренеш күпкә бармаҫтыр, минеңсә. Диссертация яҡлау советтарының күптәре ябылыр. Кемдәрҙер докторлыҡ дәрәжәһенән ҡолаҡ ҡағыр, ВАК та үҙ эшмәкәрлегенә талапсан ҡарай башлар. Юғиһә белгәне-белмәгәне лә фәнгә морон тыға. Хәҙерге аспиранттар, докторанттар фәндә үрнәк булып торорлоҡ хеҙмәттәргә иғтибар итмәй. Әгәр ҙә Вәли Псәнчиндең етди монографиялары менән ныҡлап танышһа, ғилми-тикшеренеү эштәренең методологияһына үтеп инә алыр ине улар.
Олуғ ғалимдың докторлыҡ диссертацияһы нигеҙендә "Историческая грамматика башкирского языка" тигән хеҙмәте ята булһа кәрәк. Ул докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы, әммә ВАК раҫламаны. Ни өсөн? Үҙеңдеке үҙеңә яу тигәндәй, ялыу яҙыусылар арҡыры төштө. Ялыу яҙыусылар, уны ойоштороусылар хәҙер ҙә бар. Үҙ-ара көнсөллөк күптәргә үҫергә ҡамасаулай.
Бер аҙҙан һуң академик Ә.Р. Тенишев уны: "Әйҙә, диссертацияңды Мәскәүҙә яҡла", — тип саҡырып та ҡараны, әммә Вәли ағай ҡул ғына һелтәп ҡуйҙы. Уның ҡарауы ике улы ла — Юлай менән Айбулат — фән докторы, профессор булып китте.
Йылдар үтер. Вәли Шәғәли улының хеҙмәттәренең баһаһы ла арта барыр. Ул һаман да беҙҙең арала арҙаҡлы шәхес, олуғ ғалим булып ҡаласаҡ.