Матурлыҡ ижад итә17.08.2013
Матурлыҡ ижад итәТотош ғаиләләрҙең ҡул эштәре менән шөғөлләнеүе бик һирәк осрай. Ундайҙарҙы тик район һабантуйҙарында йә булмаһа төрлө күргәҙмәләрҙә күрергә мөмкин. Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ғәлиә менән Йәмил Зәйнәғәбдиновтар — матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләр, улай ғына түгел, уны үҙ ҡулдары менән тыуҙырыусылар ҙа. Ғаилә башлығы талдан төрлө көнкүреш кәрәк-ярағы үрһә, хужабикә бәйләй, сигә, селтәр менән күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр яһай. Шуныһы ҡыуаныслы: бәләкәйҙән балалары ла һүрәт төшөрә, ҡул эштәренә маһир.

Ҡыҙҙары тыуғас, Йәмил Камил улы уларға сәс биҙәүестәре һәм таҫмаларын һалып ҡуйыр өсөн талдан кескенә кәрзиндәр үрә. Тәүге эш ярайһы уҡ матур килеп сыға. Артабан ҡатынына еләккә, бәшмәккә алып йөрөр өсөн ҙурыраҡ кәрзин бүләк итә. Шыйыҡ талдың бәләкәйерәктәрен махсус һайлап, буш ваҡыттарында көнкүрештә файҙаланыу өсөн әйберҙәр үрергә тотона. Төрлө ҙурлыҡтағы кәрзиндәр, мурҙа, ҡош-ҡорт оялары тиһеңме — барыһы ла оҫтаның ҡулынан “һә” тигәнсе бик зауыҡлы килеп сыға. Әлбиттә, һәр эштең үҙ нескәлектәре, сере бар. Мәҫәлән, талдан әйберҙәр үреү өсөн бер тигеҙ генәләрен һайлау мотлаҡ. Шунһыҙ эшләгән эшең кешеләргә оҡшамауы мөмкин. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Йәмил Зәйнәғәбдиновтың шөғөлдәре етмештә генә торһасы!
Музыкаль инструменттарҙың күпселегендә өҙҙөрөп уйнай, әртистәрең ары торһон, тиҙәр уға һоҡланып. Ә инде йөрәктәрҙе ҡуҙғытып, моңло тауышы менән йыр башлаһа йәки дәртләнеп бейергә төшһә... Талантлы кеше һәр ерҙә лә талантлы. Уларға бер аҙ Себер тарафтарында йәшәргә тура килә, аҙаҡ тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнәләр. Хужа үҙ ҡулдары менән бынамын тигән йорт һалып сыға, мал аҫрай, ҡош-ҡорт үҫтерә.
Матурлыҡ ижад итәҒәлиә Хөснөтдин ҡыҙы бала саҡтан бәйләргә, һүрәт төшөрөргә, сигергә әүәҫ. Мәктәп йылдарында яҙыусыларҙың портреттарын ҡарап, уларҙы эшләргә яратһа, Йылайырҙа ветеринар-техник һөнәренә уҡығанда дуҫтарының портреттарын төшөрә. Әммә күңеленә төрлө ептәр менән эш итеү нығыраҡ оҡшай. Ғәлиә Зәйнәғәбдинованың махсус сигеү менән яһалған балаҫтары иҫ киткес! Күпме күҙ нурҙары түгелгән, йөрәк йылыһы һалынған был эксклюзив эштәр сит илдә булһа, күптәрҙең һушын алыр ине! Ә беҙҙә илаһи матурлыҡ менән тик күргәҙмәләрҙә генә танышырға мөмкин. Шулай уҡ ырғаҡ менән бәйләү, төрлө сигеүҙәр, ҡамырҙы ҡатырып төрлө әйберҙәр яһау, бәйләмдәр бәйләү, һүрәт төшөрөү менән дә шөғөлләнә Ғәлиә ханым. Уларҙың йорто күргәҙмәләр залын хәтерләткәндәй. Диван- креслоларҙа — хужабикәнең, кәрзиндәрҙә хужаның оҫталығы сағыла. Сигелгән төрлө сәскәләр, стеналарҙа үҙҙәре, балалары яһаған картиналар, ултырғыс япмалары, аҫалы балаҫ һәм башҡалар...
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Зәйнәғәбдиновтар һатыу өсөн бер генә әйбер ҙә яһамаған. Яҡындарына бүләккә бирһә-бирә, әммә оҫталарҙың эше һатылмай. Уларҙың ғаиләһе төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, гран-при, призлы урындар яулай. Хатта ҡул эштәре Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларын да урап ҡайтҡан!
Матурлыҡҡа ғашиҡ ханым бигерәк тә сәскәләр ярата. Шуғалыр ҙа тәҙрә төптәрендә ал-ҡыҙыл миләүшәләр, яран гөлдәре шау сәскәгә күмелһә, йорт янындағыларынан күҙҙәр ҡамаша. “Йәшелсәләрем уңмаһа уңмаһын, әммә сәскәләрем үҫһен”, — тип шаярта уңған хужабикә.
Татыу ғаилә Йәлил, Лилиә һәм Альбина исемле балалар үҫтергән, бөгөн уларҙың барыһы ла бәхетле ғаилә ҡорған. Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән булдырыуҙы алға ҡуйған ғаилә улдары менән кесе ҡыҙҙарын тәүҙә Өфөнөң 64-се сәнғәт лицейына уҡырға бирә. Унан һуң улар белемдәрен М. Аҡмулла исемендәге университетта дауам итә. Әйткәндәй, килендәре Юлиә лә ҡул эштәренә бик маһир, оҫта һүрәт төшөрә. Тимәк, ҡул эштәренә ғашиҡ ғаиләлә киләсәктә быуындар күсәгилешлеге һаҡланасағына тулы ышаныс бар. Юҡҡа ғына халыҡта “Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән” тимәйҙәр бит.


Вернуться назад