Көҙгө ел ағас, һәр төрлө үлән орлоҡтарын үҙе яралған тыуған тупрағынан тиҫтәләрсә саҡрымға алып китә. Бер ҡараһаң, әҙәм балаһының яҙмышы ла шулай.
Саҡмағош районының Бәрҙәшле ауылында тыуып үҫкән Зәйтүнә Әлимбәкованы ла бынан илле бер йыл элек яҙмыш еле төпкөл башҡорт ауылына алып килеп төпләндерә. Өфөлә техникумда уҡып йөрөгәндә, Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылынан килеп, шулай уҡ баш ҡалала белем алып йөрөгән Рәхим менән танышыуы йөрәгендә һүнмәҫ ғишыҡ уты тоҡандыра. Бына шул мәлдән алып йәштәр бер-береһенән айырылмаҫ була, һәм 1962 йылда татар ҡыҙы Яҡшымбәткә килен булып төшә. Шул йылда уҡ егеттең ата-әсәһе, туғандары ярҙамында һырт яҡтан — Ағиҙел буйлап — һал менән өй бураһы ҡайтарта. Күтәреп тә ҡуялар. Йорттары ҙур, бейек килеп сыға.
Артабан ошо нигеҙҙә йәш киленгә ҡайны-ҡәйнәһе менән бергә утыҙ өс йыл йәшәп, дүрт ҡыҙҙарына ғүмер биреп, уларҙы бергәләп тәрбиәләргә насип була. Ҡарағайҙы йышып бураған өйҙәре, әйтергә кәрәк, һаман да шап-шаҡтай, тағы ла ике-өс быуын гөрләтеп йәшәрлек. Өҫтәүенә Зәйтүнә Закирйән ҡыҙы әле
өйөнә евротәҙрәләр ҡуйҙырып, уға заманса төҫ тә биргән. Тәҙрә төптәрендә шаулап сәскә атып ултырған гөлдәре кешенең иғтибарын әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итә. Газы, һыуы үткәрелгән йортонда 73 йәшлек ханым бына тигән итеп йәшәй.
Зәйтүнә Закирйән ҡыҙын ауылда ғына түгел, ә районда һәр кем белә. Ҡырҡ йыл ғүмерен сауҙа өлкәһенә бағышлап, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған ул. Ире Рәхим Ғәли улы ауылда гел яуаплы эштә мәшғүл булған – колхоз рәйесе, иҡтисадсы, профсоюз комитеты рәйесе вазифаларын башҡарған. Тик пенсияһының рәхәтен күрә алмайынса, йөрәк сиренән иртә вафат булған. Ҡыҙҙарының һәр береһе үҙенә оҡшаған һөнәр үҙләштергән, ғаилә ҡорған. Ауылда яңғыҙ ҡалған Зәйтүнә ханым бер ҙә бойоғоп ултырмай: күрше-тирәһе, ауылдаштары менән яҡындан аралаша, ҡул оҫталары түңәрәге ойоштороп, йәш ҡыҙ-ҡырҡынға бәйләм серҙәрен өйрәтә. Ә уның ҡул эштәре, ысынлап та, һәр кемдең күңелен әсир итерлек. Баҙыҡ төҫтәре нур уйнатып торған палантиндар, кофта-юбкалармы, шарф-башлыҡтар, ойоҡбаш, күлдәк тиһеңме... Күңел талабын ҡәнәғәтләндерер өсөн башҡарылған йәки һынамыш өсөн яңы өлгөләр буйынса бәйләнгән, ауылдаштары, таныштары һорауы буйынса әҙерләнгән бәйләмдәре үҙе бер күргәҙмә ойошторорлоҡ.
— Бик бәләкәйҙән өйрәтте мине әнейем сигеү-бәйләм эшенә. Тыуған ауылымда башланғыс класты тамамлап, Благовар районының Күсәрбай ауылы мәктәбендә уҡығанда ла уҡытыусыларымдан күп нәмәгә өйрәндем. Мендәр тыштары, таҫтамал, алъяпҡыс, ҡульяулыҡ сигергә, карауат япмаларына, тәҙрә ҡорғандарына, ишек шаршауҙарына селтәр бәйләргә өйрәттеләр. Техникумда уҡыған йылдарҙа ла буш ваҡытта бәйләгән әйберҙәремде өйгә сумаҙан-сумаҙан ташый торғайным. Бирнәне лә байтаҡ ҡына әҙерләгәйнем. Хәҙер генә сигелгән, селтәрләп бәйләнгән әйберҙәрҙең ҡәҙере китте. Магазинда эшләгән йылдарымда, ғаиләм дә ишле булғас, ҡул эшенә бик тотона алманым. Хаҡлы ялға сыҡҡас, бына, энә-ырғаҡтарыма “йән инде” – ҡулымдан бәйләмем төшкәне юҡ, — тип хужабикә алдыма береһенән-береһе матур әйберҙәрен теҙҙе.
Бер генә әйбере лә икенсеһен ҡабатламай: һәр береһенең үҙ биҙәге, үҙ төҫө, үҙ формаһы. Биҙәктәрҙе, өлгөләрҙе китап-журналдарҙан өйрәнә. Район, республика кимәлендә ойошторолған төрлө сара һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, маҡтау ҡағыҙҙарына, дипломдарға лайыҡ булған.
— Палантиндарығыҙ бигерәк матур. Уларға ихтыяж ҙурҙыр, ахыры, — тип ханымдың күҙ нурҙары түгелгән бәйләмдәрен алмаш-тилмәш ҡулыма алам.
— Эйе, күптәр килен әйттергәндә бүләккә ҡоҙағыйҙарына ала. Ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе, минең эштәремә ҡыҙығып, бәйләргә өйрәнергә тырыша, — тине Зәйтүнә апай.
Әңгәмә ваҡытында хужабикәнең тағы ла бер сифаты күңелдә һоҡланыу тойғоһо уятты: башҡорт ауылында, тап-таҙа башҡорт мөхитендә ярты быуаттан артығыраҡ йәшәһә лә, ул үҙенең туған татар телен онотмаған һәм ауылдаштары менән рәхәтләнеп үҙ телендә аралаша.