“Салауат”тың еңеүҙәре алда!27.12.2011
“Салауат”тың еңеүҙәре алда!“Салауат Юлаев” хоккей клубы, быйыл көсөргәнешле плей-офф уйындарында еңеп сығып, Гагарин кубогын яуланы һәм Континенталь хоккей лигаһы чемпионы исеменә лайыҡ булды. Мытищеның “Атлант” командаһын һуңғы хәл иткес уйында “Өфө-Арена”ла теҙ сүктергәндән һуң, еңеүселәрҙе тәбрикләргә баш ҡалала ғына меңәрләгән кеше урамдарға сыҡты. Был еңеү, ысынлап та, халыҡ байрамына әүерелде. Өфө генә түгел, бөтә республика “Салауат – чемпион!”, “Өфө – чемпион!”, “Беҙ – еңеүселәр!” тип ҡысҡырыуҙан, шундай байрам бүләк иткәндәргә рәхмәт һүҙенән гөрләп торҙо.
Ысынлап та, “Салауат Юлаев” хоккей клубы хәҙер Рәсәйҙең генә түгел, ә Европаның иң көслө командаһы һанала. Һуңғы дүрт миҙгелдә өфөләр ике “алтын”, бер “бронза” яуланы. Нигеҙҙә һөжүмгә ҡоролған үҙенсәлекле уйыны менән танылып, хатта плей-офф уйындарын ауырлыҡһыҙ тип әйтерлек үтә алды. Быйылғы еңеү кешенең беренсе тапҡыр Йыһанға осоуының 50 йыллығында яуланыуы бер шатлыҡ булһа, данлы хоккей клубының 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә Гагарин кубогын алыу – икеләтә бәхет. Бының өсөн еңеүгә ҙур көс һалған хоккейсыларға, Вячеслав Быков менән Игорь Захаркинға, тренерҙар штабына һәм клуб етәкселегенә ҙур рәхмәт!
Был еңеүҙән һуң Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов: “Өфө хоккейы киләсәктә лә Рәсәйҙә алдынғылар сафында буласаҡ”, – тип ышандырҙы. “Беҙҙең егеттәр бик яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште. Был данлы йоланы ваҡыт үтеү менән республикабыҙ спорты тәрбиәләнеүселәре дауам итер тип өмөтләнәм”, – тине ул.
Быйылғы миҙгелдә командаға яңы баш тренер итеп Сергей Михалев саҡырылды, ә чемпион исемен яулаған тренерҙар менән килешеү оҙайтылманы. Шулай уҡ команданың ҡайһы бер көслө уйынсылары башҡа тарафтарға юлланды. Ошо сәбәптәнме, әллә башҡаһынанмы, миҙгел башында беҙҙекеләр, нигеҙҙә, еңелеүҙәргә дусар булды. Көйәрмәндәр әле лә “ҡара октябрҙе” онота алмай. Баш тренер итеп “Салауат”тың тәрбиәләнеүсеһе Венер Сафин тәғәйенләнгәс кенә чемпион үҙен күрһәтә башланы.
“Салауат Юлаев” ябай хоккей клубы ғына түгел, ул – беҙҙең милли батырыбыҙ исемен йөрөткән, халыҡты туплаған, берләштергән көслө символ да. Салауат исеме республикала һәр кемгә таныш, туғанылай яҡын. Шуға ла был хоккей клубын тағы ла үҫтереү, уны сираттағы яңы бейеклеккә күтәреү – изге бурыс. Хоккей клубы етәкселеге бының өсөн бөтә көсөн һалырға тейеш. Ә беҙ, көйәрмәндәр, чемпион исемен яҡлауы еңел булмаһа ла, “Салауат”тан яңы еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ!


Вернуться назад