“Ислам бөгөн” дуҫтарын йыйҙы16.08.2013
Ураҙа ғәйете уңайынан “Ғиләжетдин” ислам телевизион проекты, “Арис” телерадиокомпанияһы, “Юшатыр” гәзите ойоштороуындағы “Ислам бөгөн” дуҫтарын йыя” тип исемләнгән оло байрам халыҡты Илкәнәй ауылы эргәһендәге яланға йыйҙы.
Дини сара ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ һәм, әлбиттә, дәртле ҡурай моңо менән ҡаршы алыуҙан башланып китте. Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов һәм ҡәҙерле ҡунағыбыҙ, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр советы рәйесе кәңәшсеһе Илүс Әхәтов сауҙа нөктәләрен ҡарап сыҡты. Бында ҡымыҙ, сәк-сәк, бал, мосолман кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре, дини китаптар һатылды.
Аҙна буйы көйһөҙ торған һауа торошо ла был көндө кешеләрҙең кәйефен боҙманы. Иртә менән йыйылған болоттарҙы таратып, ҡояш ҡунаҡтарҙың күңелен күтәрҙе. “Ислам бөгөн” тапшырыуын алып барыусы Земфира Хәмзина менән Азат Назаров иң тәүҙә һүҙҙе ошондай мәртәбәле, фәһемле байрамды ойошторған һәм ҡолас йәйеп ҡаршы алған Илкәнәй ауыл Советы хакимиәте башлығы Әлфиә Вахитоваға бирҙе.
— Быйыл илкәнәйҙәр, республика күләмендә уҙғарылған “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, үҙҙәрен күрһәтә, — тине ул. — Бына бөгөн дә күмәк көс менән матур байрамға йыйылдыҡ. Уны ойоштороуҙа ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовҡа, “ЮжУрал-Ойл” йәмғиәтенә, “Ғиләжетдин” ислам телевизион проекты етәксеһе Урал Нуриевҡа һәм ауыл Советы хакимиәтенә, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтемде еткерәм.
Өфө ҡунағы Илүс Әхәтов сығышында:
— Ислам мосолмандарҙың тормош асылы, йәшәү рәүеше булып тора, — тип билдәләне. — Дин тормошта үҙ урыныңды табырға, әхлаҡҡа, әҙәпкә, иманға, сабыр булырға, төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, балаларға дөрөҫ тәрбиә бирергә өйрәтә. Шуның өсөн дә беҙгә бындай фәһемле байрамдар үткәреү кәрәк.
Артабан район халҡы күңелен йыр, бейеү менән яулап өлгөргән, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаттары булған Илнур менән Илшат Рамаҙановтар сығыш яһаны. Шулай уҡ 1-се гимназияның IХ класс уҡыусыһы Ильяс Назаров, дин әһеле Нурия Хәлилованың кескәй шәкерттәре байрамға йыйылыусыларға “Ҡөрьән” уҡып ишеттерҙе. Һәүәҫкәр артистар Рифат Вахитов, Венера Усманова, улдары менән бергә йырлаған “Йәшлек” район мәҙәниәт йорто режиссеры Йәмилә Рамаҙанова, республикабыҙҙың йәш йырсылары Илгиз Абдрахманов, Тимур Вәлитов майҙанға килгән барса халыҡҡа байрам кәйефе бүләк итте.
Районыбыҙ төҙөлөшөндә һәм мәсеттәрҙе ҡарауҙа үҙенең ярҙамынан өҙмәгән “ЮжУрал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле, “Рамаҙан” мәсете имамы Азат хәҙрәт Хәлилов, күркәм сараға килеүселәрҙе байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Мосолман халҡының арҙаҡлы шәхесе Әхмәтзәки Вәлиди шундай аманат әйтеп ҡалдырған: “Ҡулығыҙҙан килгән ҡәҙәр әһәмиәт бирә торған мәсьәләләрегеҙ шулдыр: дин һәм телегеҙҙе һаҡлауға ғәйрәт сарыф итеү. Шуның өсөн дә дин һәм тел өсөн көрәште хоҡуҡ рөхсәт иткән саралар менән дә, йәшерен рәүештә лә алып барыу мотлаҡ буласаҡ”. Уның фекерен дауам итеп, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур хәҙрәт Арыҫланов сығыш яһаны.
— Хаҡ динебеҙ беҙҙе изге эштәргә әйҙәй, рухландыра, — тине ул. — Ғүмер кешегә һынау өсөн генә бирелә, шуға ла изге ғәмәлдәр ҡылырға ашығайыҡ, мосолман ҡәрҙәштәр!
— Былтыр “Арис” телерадиокомпанияһы үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Беҙҙең эшебеҙҙә йыл һайын үҙгәрештәр булып тора. 2012 йылдың ноябрендә “Ислам бөгөн” тапшырыуы экранға сыҡты. Мосолмандар араһында берҙәмлек мөнәсәбәттәрен нығытыу — уның төп бурысы. Шуға ла тапшырыуҙың әһәмиәте район өсөн дә, ҡала өсөн дә ҙур. Был тапшырыуҙы әле бағыусылар ярҙамында дауам итәбеҙ. Дәүләттең финанс ярҙамына ла өмөтләнәбеҙ, — тине үҙ сығышында “Арис”тың етәксеһе Алик Юлтыев.
Сараның тантаналы өлөшө тамамланғас, спорт ярыштары, милли уйындар ойошторолдо. Яландың бер яғында йәш спортсыларыбыҙ елдән етеҙ велосипедтарында елһә, икенсе яҡта районыбыҙҙың йәш көрәшселәре бил һынаны. Был ваҡытта тирә-яҡ ауылдарҙан килгән апай-ағайҙар, ололарҙан ҡалышмай бәләкәстәр ҙә мөнәжәт әйтеп ярышты. Сәмле лә, ҡыҙыҡлы ла ярыштарҙа ҡатнашып, күптәр бүләктәр, грамоталар алды, күңелдәренә көс-дәрт өҫтәне.