Яңы мәсет — ауыл күрке16.08.2013
Яңы мәсет — ауыл күркеТикшереүселәр билдәләүенсә, элекке хәрбиҙәр, хаҡлы ялға сығып, ниндәй генә эшкә тотонмаһын, уны башҡаларға ҡарағанда уңышлыраҡ башҡара. Былай тип тәү сиратта күңелдәренә яҡын шөғөл табыусылар тураһында әйтергә булалыр. Шулай ҙа күп осраҡта теге йәки был эшмәкәрлек менән мәжбүри мәшғүл булғандарҙы ла уңыш урап үтмәй. Тиҫтә йылдар ҡәтғи бойороҡ, ҡаты ҡағиҙәләр буйынса эшләргә һәм йәшәргә күнеккән, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнгән, ойошҡанлыҡты яратҡан ир-егет яңы шарттарға еңел һәм тиҙ яраҡлаша. Хәрби-диңгеҙ флотының элекке офицерҙары аталы-уллы Генрих һәм Артур Зариповтар — нәҡ шундайҙар.

Ғаилә башлығы Генрих Әмир улы сирек быуаттан ашыу ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай, шуның ун йылында атом һыу аҫты кәмәһендә яуаплы вазифалар башҡара. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары аҙағында хаҡлы ялға сыҡҡан запастағы икенсе ранг капитаны ДОСААФ-тың Краснокама район ойошмаһында етәксе булып эш башлай. Генрих Зариповҡа бирелгән тиҫтәләрсә маҡтау ҡағыҙы, иҫтәлекле бүләктәр уның яңы төр эшмәкәрлектә ниндәй уңыштарға өлгәшеүе тураһында бик асыҡ һөйләй.
Диңгеҙсе улы диңгеҙсе була тигәндәй, Артур ҙа атаһы юлын һайлай: Севастополь Юғары хәрби-диңгеҙ инженерҙары училищеһын тамамлап, Тымыҡ океан флотының атом һыу аҫты кәмәләрендә биш йыл хеҙмәт итә. Хәрби бурыстарын яҡшы үтәй, донъя океаны буйлап бер нисә оҙайлы походта ҡатнаша. Дәртләндереү йөҙөнән билдәләнгән ваҡыттан күпкә алда капитан-лейтенант дәрәжәһе ала, бихисап маҡтауҙарға лайыҡ була. Тик... Ил һаҡлаусылар дәүләт ҡурсауынан ситләштерелеп, хәрбиҙәрҙең киләсәге яҙмыш ҡосағына ташланған саҡта — уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары уртаһында — үҙенең ике улын аяҡҡа баҫтырыу хаҡына Артур Зарипов яратҡан хеҙмәтен ҡалдырырға мәжбүр була.
Бына шул саҡта кәрәк була ла инде Зариповтарға хәрбиҙәргә хас ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш. Генрих Әмир улының тәҡдиме менән улар бергәләшеп үҙ эшен асып ебәрә. Үткән осор эсендә күп ауырлыҡтарҙы, уйламаған ерҙә тыуған ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килә. Бөгөн Нефтекама һәм Яңауыл ҡалаларында ситтән ваҡытлыса килеүселәр бик теләп урынлашҡан “Кама” исемле ике ҡунаҡхана гөрләп эшләй икән, был — тулыһынса Зариповтарҙың хеҙмәт емеше. Бынан тыш, Нефтекамала улар асҡан “Ҡабартма” һәм Әмзә ауылындағы “Адмирал янында” кафеларынан да кеше өҙөлмәй. Халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә 140 эш урыны булдырған йүнселдәр маҡтау һүҙҙәре генә ишетә.
Изге Рамаҙан айында тағы ла бер сауаплы эше менән ҡыуандырҙы Зариповтар. Ураҙа ғәйете көндәрендә ата-әсәләренең төйәге булған Яңауыл районының Иҫке Артауыл ауылында улар төҙөткән күркәм мәсет асылды.
Ғибәҙәт йорто Зариповтарҙың диңгеҙсе династияһын башлаған Әмир Әнүәр улының исемен йөрөтәсәк. Ул 1912 йылдың 10 октябрендә тыуған, егет ҡорона кергәнсе мәҙрәсә, эшсе-крәҫтиән мәктәбен тамамлаған, шуғалыр ҙа хәрби хеҙмәткә уны Тымыҡ океан флотына саҡырғандар. Әрменән һуң Бөйөк Ватан һуғышына тиклем, һуңынан бронь буйынса колхозда иҫәпсе булып эшләгән. 1942 йылда фронтҡа алынып, 1943 йылдың сентябрендә һәләк булған. Яңы мәсет — ауыл күркеДөрөҫөрәге, тәүҙә ғаиләһенә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ килгән.
— Мин өс кенә йәштә булып ҡалғанмын, — тип һөйләй Генрих Әмир улы. — Әсәйемдең, туғандарымдың һөйләүе буйынса атайымдың яҡын-тирәлә билдәле ир-уҙаман булыуын белеп үҫтем. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын матур итеп башҡарған, шиғырҙар ҙа яҙған. Етмәһә, моряк булып хеҙмәт иткән. Ысын мәғәнәһендә ғорурланырлыҡ кеше! Күпселек ауылдаштарымдан атайым тураһында бала саҡта ишеткән “ундай кеше хәбәрһеҙ юғалырға тейеш түгел” тигән һүҙҙәр оҙаҡ йылдар тынғылыҡ бирмәне. Үҙем хәрби булып киткәс, бер мөмкинлек сыҡҡанда архивтар аша эҙләй башланым һәм атайымдың — ВКП(б) ағзалығына кандидат, отделение командиры сержант Әмир Әнүәр улы Зариповтың — Смоленск ерҙәрен дошмандан азат иткәндә батырҙарса һәләк булыуы тураһында яҙылған документҡа юлыҡтым. Уның Ярцев районындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнгәнен дә асыҡланым. Шунда барып ҡайтҡас тыуҙы ла инде атайымдың исемен мәңгеләштереү уйы. Һуңыраҡ инде әсәйем, башҡа оло быуын туғандарым хөрмәтенә уларҙың тыуған төйәгендә иман йорто һалдырыу теләге менән яна башланым.
Генрих ағайҙың башланғысын ҡатыны Зөһрә апай ҙа, улы Артур менән ҡыҙы Индираның ғаиләләре лә тулыһынса хуплай. Мәсетте төҙөй башлау Әмир Әнүәр улының тыуыуына йөҙ йыл тулған көнгә тура килә. Быны, әлбиттә, берәү ҙә махсус күҙалламай, барыһы ла осраҡлы килеп сыға: төрлө ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеп, төп эшкә Зариповтар 2012 йылдың 10 октябрендә тотона. Оло быуын туғандарының изге рухы булышлыҡ иткәнгәлер улар изге ниәттәрен Ураҙа байрамына атҡарып сыҡты һәм ауылдаштарына был оло тантанаға арналған сараларҙы яңы иман йортонда үткәрергә мөмкинлек бирҙе.


Вернуться назад