Миллионлап урлағандар16.08.2013
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьскийҙағы филиалында эшләүсе вазифалы кешеләрҙең айырыуса ҙур күләмдә мутлыҡ ҡылыуы факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Ул Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы материалдарына нигеҙләнгән.

Тәфтиш һөҙөмтәләренә ҡарағанда, 2010 – 2012 йылдарҙа филиал етәкселеге бер нисә төҙөлөш фирмаһы менән ремонт үткәреүгә 100 миллион һумдан ашыу аҡсаға 50-нән ашыу дәүләт контракты төҙөгән. Тикшереү барышында ҡайһы бер контракттарҙың тулы күләмдә үтәлмәүе асыҡланды. Ғәмәлдә башҡарылған эштәр хаҡы менән ҡабул итеү актында күрһәтелгән өс контракт буйынса дөйөм айырма 1 800 000 һумдан ашыу тәшкил итә.
"Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы мәғлүмәттәргә таянып фаразлағанда, капиталь ремонтҡа бүленгән аҡсаның филиал етәкселеге менән төҙөлөш ойошмалары тарафынан үҙ-ара бүлешеп алыныуы ихтимал. Әле ошо енәйәткә ҡағылышлы вазифалы кешеләрҙе асыҡлау маҡсатында тикшереү үткәрелә", — тип хәбәр иттеләр идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.


Вернуться назад