Ялыу иткең килһә...16.08.2013
Халыҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең нигеҙһеҙ артыуына ялыу белдерә аласаҡ. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы бының өсөн махсус “ҡыҙыу элемтә” булдырҙы. Шылтыратыуҙар 8-800-700-8-800 телефоны буйынса һәр көн иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем ҡабул ителә. “2012 йылдағы кеүек үк, хаҡ июль һәм сентябрь айҙарында арта. Тарифтар буйынса федераль хеҙмәт әлеге артыуҙар өсөн сик ҡуйған — 12 процент. Ләкин, 2012 йылғы тәжрибә күрһәткәнсә, халыҡтың ысын түләүҙәре (түләү квитанцияларындағы һандар) Хөкүмәт тарафынан билдәләнгән сиктәрҙе уҙып китә”, — тип иҫкәртәләр Палатала.