Сенатор менән бер көн16.08.2013
Сенатор менән бер көнФедерация Советында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан вәкил Рудик Исҡужин менән Юғары палатаның яҙғы сессияһы тамамланғас осрашырға һөйләшкәйнек. Эше тығыҙ булыу сәбәпле, алдан бер нисек тә күрешеп булманы.

Уйлап ҡарағыҙ: яҙғы сессия ваҡытында ғына ла Федерация Советы тарафынан 253 мөһим федераль закон ҡабул ителгән. Ләкин уларҙың күплеге — миҙалдың бер яғы ғына. Ҡоро һандар артында эксперт һәм эшсе төркөмдөң көндәлек эшен күреп булмай. Төбәктәге закон сығарыусыларҙың фекерен өйрәнергә, ҡыҙыҡһыныусы министрлыҡтар һәм ведомстволар менән уртаҡ фекергә килергә кәрәк.
Быларҙан тыш, сит ил делегацияһы менән осрашыу, Афғанстан, Ҡырғыҙстан, Абхазия парламенттары менән эшләү өсөн төрлө комиссия, хеҙмәттәшлек итеү төркөмдәре составында булыу үтә лә мөһим эш. Азия парламенты ассамблеяһында Федерация Советының даими делегацияһына етәкселек итеүҙе, Үҙәк һайлау комиссияһы менән хеҙмәттәшлекте лә әйтмәү мөмкин түгел. Унда Рудик Ғәзиз улы Федерация Советының тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнгән. Ярты эш ваҡыты республикалағы бурыстарын үтәүгә китә: Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ултырыштарында ҡатнашыу, граждандарҙы ҡабул итеү, ойошма һәм предприятие етәкселәре менән осрашыу… Ҡайһы саҡта хатта тәүлектең 24 сәғәте лә етмәй төҫлө, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ла йыл һайын туҡтап булмай.
Бына әле лә осрашыу өсөн сенатор билдәләнгән ваҡытҡа бушай алманы, йомошо менән килгән кеше бар ине. Уның да ниндәйе бит әле — яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы полковник Ҡотдос Латипов! Һөйләшеү оҙаҡ барҙы. Серләшер, фекерҙәр менән уртаҡлашыр сәбәп, әлбиттә, күп. Рудик Ғәзиз улы ла, Ҡотдос Латип улы һымаҡ уҡ, күп балалы башҡорт ғаиләһендә үҫкән, бишенсе сабый булып тыуған. Иртә эш башлаған.
Федерация Советы ағзаһы үҙенең бала сағын бөгөн шулай иҫләй:
– Беҙҙе эшкә иртә өйрәттеләр. Алтынсы класты тамамлағас, йәйен ике ай буйы Күмертау – Төйлөгән тимер юлында төрлө эштә йөрөнөм. Йүнәтеү-төҙөү бригадаһында булдым. Килгән аҡсаға мәктәпкә барыр алдынан кейем, китап, дәфтәр, саңғы, хатта велосипед алдылар. Беренсе кластан уҡ спортҡа тартылдыҡ. Саңғыла күп йөрөнөм, йүгерҙем. Бөгөнгә саҡлы тренерым Борис Георгиевич Тагильцевҡа ихтирамым, рәхмәтем ҙур. Ул фронтовик, бик үҙенсәлекле кеше ине. Беҙ аҙнаһына дүрт тапҡыр шөғөлләндек, ҡышын хатта 40 – 50-шәр саҡрым араға саңғыла бара инек. Был алыҫ һымаҡ ҡабул ителмәй торғайны.
Буласаҡ сенаторҙың әсәһе Фәриә Ғиниәт ҡыҙы Арыҫланова — Кинйә Арыҫланов тоҡомонан. Ә бабаһы Ғәфиәтулла Арыҫланов – башҡорттар араһынан тәүге Советтар Союзы Геройы. Уның өсөн һуғыш 1939 йылда уҡ финдарға ҡаршы алыштан башланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар яуҙы үтеп, танкист Ғәфиәтулла Арыҫланов 1945 йылдың яҙында Будапештта һәләк булған.
Атаһы Ғәзиз Хәлил улы Исҡужин да Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Алдараҡ Ғәзиз ағай Халхин Голда алышып өлгөрә, һалдат тормошона барлығы ете йыл ғүмерен бирә. Ҡайтҡас, емертелгән ил иҡтисадын аяҡҡа баҫтырыуҙа ал-ял белмәй: тәүҙә колхоз рәйесе була, һуңынан партия уны Күмертау ҡалаһын төҙөшөргә ебәрә. Ҡала ситендәге емерек өйҙө төҙәтеп, шунда ғаиләһен күсерә Ғәзиз ағай. Йорт-ҡаралтыла һәр баланың үҙ бурысы була: һыу ташыу, мал ҡарау, баҡса эштәре, баракта йәшәгән ғаиләләргә һөт илтеү… Шул уҡ ваҡытта улар уйнарға ла, спорт менән шөғөлләнергә лә, яҡшы итеп уҡырға ла өлгөрә. Өй ишеге гелән Ырымбур, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан яғына барыусы, ҡайтыусы туғандарына, таныштарына асыҡ була. Шуға ла Исҡужиндарҙың йортон күптәр “Каруанһарай” тип йөрөтә.
Әлбиттә, тәрбиә нигеҙе ғаиләлә һалына. Аталары эштән бушамағас, был йәһәттән “дилбегә”не Фәриә апай үҙ ҡулына ала. Ул быуын ҡатын-ҡыҙҙары сыныҡҡан, йортҡа ла, колхоз эшенә лә өлгөрөргә ваҡыт тапҡан: баҫыуҙа фронтҡа киткән ирҙәрен, ағаларын алыштырғандар, 16-шар сәғәт “таяҡҡа” тир түккәндәр, шул уҡ ваҡытта йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп һалғандар, Оборона фонды өсөн әйбер, аҡса ебәргәндәр…
– Беҙҙе эшкә етди, намыҫ менән ҡарарға өйрәттеләр. Ололарға ихтирам тәрбиәләнеләр. Беҙҙә бар нәмәгә ҡарата яуаплылыҡ булды, – ти Рудик Ғәзиз улы бөгөн.
Нәҡ ошо сифат – юғары яуаплылыҡ – Рудик Исҡужиндың артабанғы яҙмышында ҙур әһәмиәткә эйә була. Ул Дәүләт именлеге комитетының Ҡыҙыл байраҡлы юғары мәктәбенә уҡырға ебәрелә. Ләкин унда алынғансы ныҡлы һайлау һәм һынауҙар үтергә тура килә. Һөҙөмтәлә 120 егеттән Мәскәүгә тик бишәүһе генә китә, шуларҙың өсәүһе уҡырға инә ала.
– Ул ваҡытта мин Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын хеҙмәтләндергән Күмертау электр селтәрҙәрендә эшләй инем. Техник-релейщиктар бригадаһындамын. Буш ваҡыттарҙа беҙҙекеләр биҙрәлә күгәрсен бешерә, араҡы “төшөрә”, ә мин сит ил телдәрен өйрәнәм. Бригадалағылар миңә йүләргә ҡараған һымаҡ ҡарай ине, – тип көлә Рудик Ғәзиз улы. Әлбиттә, ул саҡта көлкө булмағандыр – имтихандарға әҙерләнергә, бригадала ла эшләргә кәрәк бит. – Үҙ көсөмдө һынап ҡарар һәм өҫтәмә шөғөлләнер өсөн ҡаланың барлыҡ техникум, мәктәптәрендәге сығарылыш уҡыусылары имтихан биргән саҡта ҡатнашырға рөхсәт һораным. Уҡытыусылар тәүҙә аптыраны, һуңынан индерҙе. Ошо күнекмәләрҙән һуң үҙемдә көс, ышаныс тойҙом һәм Өфөгә имтихан тапшырырға киттем. Ике турҙы ла тыныс ҡына үттем. Шатлыҡлы кисерештәрҙе Мәскәүҙә тойҙом. Исемлекте элгәс, Академияға үтеүселәр араһында юғары балл йыйып, иң тәүге булып тора инем…
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ махсус хеҙмәттәр вәкиленең эше тураһында ентекле һораша алмайбыҙ, шулай ҙа Рудик Ғәзиз улы былай тип яуапланы:
– Был – ғәҙәти булмаған шарттарға программаланған ысын ирҙәр эше. Һөҙөмтәһе үҙеңдән генә тора. Ундай хәлдәр менән Афғанстанда, Яҡын һәм Урта Көнсығыш илдәрендә йыш осрашырға тура килә…
Рудик Ғәзиз улы Исҡужиндың хеҙмәте Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, Афғанстан Демократик Республикаһының бөтә өс дәрәжә “Йондоҙ” ордендары менән баһаланған. Һуңғылары беҙҙең Дан ордендарының тулы кавалерына тиңләнә.
Ветерандар һөйләүенсә, Афғанстанда бер булдыңмы, ебәрмәй, киреһенсә, тартып тора, төштәргә инә, һөйләшкән саҡта ҡалҡып сыға, һәләк булғандар иҫкә төшә… Рудик Ғәзиз улының башланғысы буйынса Федерация Советында Афғанстан Милли Ассамблеяһы менән хеҙмәттәшлек итеү төркөмө юҡҡа ғына төҙөлмәй. Хәҙер афған коллегалары сенаторҙар аша ундағы хәлдәргә күпмелер йоғонто яһай ала, Исҡужин үҙе йыш ҡына Ҡабулда була.
Уҙған йыл Афғанстандың Юғары палатаһы делегацияһы тәүҙә Мәскәүҙә, һуңынан Башҡортостанда булды. Афған сенаторҙары менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, билдәле эшҡыуарҙар, предприятие етәкселәре лә осрашты. Афғанстан парламенты рәйесе Фазыл Хади Мөслимйәр мәсеттә вәғәз уҡыны, бар мосолмандарҙы тыныслыҡҡа саҡырҙы, халыҡ-ара терроризмды, наркотик ҡулланыуҙы тәнҡитләне һәм Афғанстан менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлекте нығытырға теләк белдерҙе. Эш сәфәре барышында беҙҙең яҡташтар ҡунаҡтарға төрлө бүләк әҙерләне, шуларҙың береһе – ветерандар менән афған диаспораһы командалары араһында футбол матчы. Сенаторҙар ике команда өсөн дә “көйҙө”. Ошондай уҡ уйынды Афғанстанда үткәрергә кәрәк тигән ҡарарға килделәр.
Был халыҡ-ара проектты тормошҡа ашырыуҙы Рудик Исҡужин етәкселегендәге ойоштороу комитеты үҙ өҫтөнә алды. Йыйылма командаға эләгеү өсөн илдең бар төбәгендә лә “алыш” барҙы. Апрелгә команда төҙөлдө. Рәсәй делегацияһына барлығы 44 кеше инде. Афғанстанға был тиклем дә күп кеше 1989 йылдан бирле – Совет ғәскәрҙәре сыҡҡандан алып — бармаған булған. Миссияның төп маҡсаты – 1979 – 1989 йылдарҙағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан Афғанстан һәм СССР ветерандарының футбол ярыштарын үткәреү. Афғанстандың рәсми органдарында эшләүселәр был сараны яҡшы баһаланы, ике яҡ мөнәсәбәттәрен көйләүҙә һәйбәт билдә булараҡ ҡабул итте. Был бигерәк тә бөгөн – илдән сит ил ғәскәрҙәренең төп көсөн сығарғанда мөһим.
Ҡала халҡы беҙҙең делегацияны ихлас ҡаршыланы. Бер аҡһаҡалдың әйткән һүҙҙәре онотолмаҫ. Ҡайҙан икәнде һорашты. Рәсәйҙән булыуыбыҙҙы һәм 44 кеше килеүебеҙҙе белгәс, былай тине: “1979 йылдың декабрендә 15 “шурави” Әмин һарайын алды, ә 44 кешенән тағы ла күберәкте көтөргә мөмкин”. Аҡһаҡал яңылышмаған. Рәсәй ветерандарының акцияһы ыңғай баһаланып, “халыҡ дипломатия”һының яҡты өлгөһө булды. Бөтә донъяның тиҫтәнән ашыу киң мәғлүмәт сараһында яҡтыртылды. Иң мөһим ваҡиға, әлбиттә, Ҡабулдың Олимпия комитеты стадионында үтте. Беҙҙең ветерандар, “FIFA” судьяһының бер уйынсыны сығарып тороуына ҡарамаҫтан, 1 : 0 иҫәбенә отто. Әлбиттә, 30 градус эҫелек тә ҡарлы-боҙло Рәсәйҙән килгән уйынсыларға ҡамасауламаны. Ҡабул да ике мең метрға яҡын бейеклектә урынлашҡан, климатҡа яраҡлашып бөтөлмәгән. Мазари-Шәрифтә үткән матч бөтәһен дә дәртләндерҙе. Беҙҙең команда тәүҙә 4:1, һуңыраҡ 5:1 иҫәбе менән алда барҙы. Финал уйындары 5:5 иҫәбенә тамамланды. Дуҫлыҡ еңде! Был матч тураһындағы фильм Афғанстанда һаман күрһәтелә.
Матчтан тыш, Рәсәй ветерандары гуманитар миссия үтәне, төрлө кимәлдәге осрашыуҙар үткәрҙе. Унда Афғанстан парламенты ағзалары, провинция губернаторҙары, Милли олимпия комитеты етәкселеге, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Ветерандар Афғанстандың милли геройы Әхмәд Шах Мансур ҡәберенә сәскә һалды, мемориаль комплекста булды.
Рәсәйҙә Афған диаспораһы үҙәге президенты генерал Гулам Мөхәммәт Джалал былай тине: “Ун ике йыл буйына Көнбайыш Рәсәйҙе ситтә ҡалдырырға тырышты, ләкин беҙҙең ил Афғанстанға ҡарата көтөп тороу позицияһын алырға тейеш түгел. Илдә барған хәлдәр төбәк кимәлендә түгел, ә халыҡ-ара характерҙа үҫешә”.
Рудик Ғәзиз улы төбәктәге ҡатмарлы хәлде яҡшы белә, алдан күрә алыусанлыҡ һәм математик теүәллек уға дөрөҫ һөҙөмтә яһарға булышлыҡ итә. Шуға Афғанстан сенаторы Абдул Ханан Хакваюн илгә килгәс тә Исҡужин менән осрашырға теләк белдерҙе. Ике сенатор ҙа Рәсәй – Афғанстан мөнәсәбәттәрен көйләү һәм был йәһәттән яңы офоҡҡа сығыу яҡлы.
Хакваюн менән осрашҡандан һуң Исҡужиндың эш көнө бөтмәне әле. Уны яңы һөйләшеүҙәр, башҡа делегация менән осрашыуҙар көтә ине…


Вернуться назад